Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Март 2020, 18:20

Яҙғы матур байрамдан ҡәнәғәт ҡалдылар

Асҡын 2-се балалар баҡсаһына Наурузбикә килде

Бөгөн Асҡын 2-се балалар баҡсаһында тәрбиәсе Ләйсән Зөфәр ҡыҙы Ғәлимова “Теремок” мәктәпкә әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүселәре менән “Науруз” байрамын үткәрҙе.
Науруз – ул көн менән төн тигеҙләшкәндә үткәрелгән боронғо байрам. Ҡара ҡарға, Мәскәй әбей, Шүрәле, Бесәй яҙҙы ҡаршылау байрамы ҡунаҡтары булды. Ә төп ҡунаҡ, әлбиттә, Наурузбикә ине. Йылы яҡтан беренсе ҡайтҡан Ҡара ҡарға яҙҙы бер үҙе генә саҡыра алманы, шуға балаларға ярҙамға Бесәй килде. Ләкин Мәскәй әбей менән Шүрәле яҙҙы килтермәҫкә тырышты. Ҡыҙҙар һәм малайҙар уларға башҡорт һәм рус телдәрендә шиғырҙар һөйләп, йырҙар йырлап, бейеп, үҙҙәренең һәләтен күрһәтте, ҡунаҡты нисек ҡаршы алырға кәрәклеген Шүрәле менән Мәскәйгә аңлатты. Балаларҙың оҫталығын күреп, улар ҙа мәрхәмәтле, изге күңеллегә әйләнде һәм байрамға Наурузбикә килде. Балалар милли уйындарҙа ла ихлас ҡатнашты.
Яҙҙы ҡаршы алыу байрамы балаларға бик оҡшаны, улар бик күп файҙалы һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алды. Асҡын 2-се балалар баҡсаһы тәрбиәселәре балаларҙы халыҡ ғөрөф-ғәҙәттәре һәм традициялары менән даими таныштыра, уларҙа тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләй.
Илһөйәр Махатова.
Читайте нас: