“Теремок” мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә Аниә Исмәғзәм ҡыҙы Солтанова телмәр үҫтереү буйынса “Дуҫлыҡ сәскәһе” дәресен үткәрҙе. Балалар дәрес барышында дуҫлыҡтың әһәмиәтенә төшөндө, тормошта дуҫтарһыҙ йәшәп булмауын, уларҙың ҡәҙерен белергә кәрәклеген аңланы.
“Бал ҡорто” урта йәштәгеләр төркөмөндә Гөлнара Рәфис ҡыҙы Асҡарова сәләмәтлеккә арналған дәрес үткәрҙе. “Сәләмәтлек ҡайҙа йәшенгән?” тип аталған дәрестә малайҙар һәм ҡыҙҙар һаулыҡтың иң ҡәҙерле байлыҡ икәнен тағы ла бер ҡабат иҫкә төшөрөп, Ҡояшҡа сәләмәтлек нурҙарын ҡайтарырға ярҙам итте.
Фотолар балалар баҡсаһы сайтынан алынды.