Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Март 2020, 22:35

Тыуған ерҙән илһам алып

Петропавловка китапханаһында әҙәби кисә үтте

Бөгөн Петропавловка ауыл китапханаһында Бөтә донъя шиғриәт көнөнә арнап матур сара үтте. “Тыуған яҡ - ижад сығанағы” тип аталған кисәлә урындағы һәүәҫкәр шағирҙар, уҡытыусылар һәм уҡыусылар ҡатнашты.
Сарала кеше тормошонда шиғриәттең, әҙәбиәттең әһәмиәте тураһында һүҙ барҙы. Петропавловка урта мәктәбе уҡыусылары Мифтахетдин Аҡмулланың, Ғабдулла Туҡайҙың, Шәйехзада Бабичтың шиғырҙарын тасуири уҡыны. Урындағы шағирҙар сараға килеүселәрҙе үҙҙәренең тормош юлы һәм ижады менән таныштырҙы, уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Китапханала уларҙың ижадын сағылдырған күргәҙмә лә ойошторолғайны.
Шиғриәт көнөнә арналған сара уҡыусыларға шиғри күңелле ауылдаштары менән яҡынданыраҡ танышырға мөмкинселек бирҙе.
Илһөйәр Махатова.
Фотолар китапхана сайтынан алынды.
Читайте нас: