Йәнтөйәк
0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Март 2020, 11:45

Иң яҡшылар билдәләнде

Асҡын 2-се балалар баҡсаһында “Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларының йыл педагогы-2020” район һөнәри конкурсының йомғаҡлау туры үтте.

Унда тәрбиәселәр, логопедтар, физик культура буйынса инструкторҙар ҡатнашты һәм педагогик эшмәкәрлектең төрлө йүнәлештәре буйынса көсөн һынаны. Беренсе турҙа уларҙың интернет-ресурсы баһаланһа, икенсеһендә конкурсанттар үҙҙәренең һөнәри оҫталығын балалар менән эшләүҙә күрһәтә. Ә өсөнсө йомғаҡлау турында педагогтар эш алымдары һәм “Оҫталыҡ дәрестәре” менән сығыш яһай.
Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла төрлө номинацияларҙа билдәләнеп, Почет грамоталары менән бүләкләнде. Асҡын 2-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Альбина Шәрипова һөнәри конкурстың еңеүсеһе булды.
Илһөйәр Махатова.
Читайте нас: