Йәнтөйәк
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Март 2020, 15:10

“Тәжрибә туплап, бай тәьҫораттар алып ҡайттым!”

Өфөлә үткән “Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары” Бөтә Рәсәй бәйгеһендә Асҡын районынан Булат Нафиҡов та ҡатнашты

Өфөлә өс көн дауамында, 11-13 мартта, “Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары” Бөтә Рәсәй бәйгеһенең ярымфиналы үтте. Ул “Мәғариф” милли проектының “Һәр кем өсөн социаль лифт” федераль проекты сиктәрендә бойомға ашырылды. Өфөгә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән байтаҡ ҡатнашыусы йыйылып, хеҙмәтләндереү, туризм өлкәһендәге белгестәр көс һынашты. Был мәртәбәле бәйгелә Асҡын районынан Булат Нафиҡов та ҡатнашып, ярымфиналға үтте һәм диплом менән бүләкләнде.
Үткән йылдың ноябрендә старт алған “Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары” бәйгеһендә барлығы 21 меңгә яҡын кеше ҡатнашыу теләген белдергән. Уларҙың һәр береһе – хеҙмәтләндереү һәм туризм өлкәһендәге һөнәр эйәләре. Проекттың төп маҡсаты ҡатнашыусыларҙың һөнәри ҡеүәтен асыуға, яңы традициялар булдырыуға, туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ өлкәләрендә хеҙмәтләндереүҙең сифатын күтәреүгә, туризм өсөн яңы кадрҙар етештереүгә йүнәлтелгән.
Булат Миңлемөхәмәт улы Башҡорт ауыл хужалығы һөнәрселек колледжында директор урынбаҫары булып эшләй. Ул бәйгенең беренсе этабына видеоролик төшөрөп ебәрә. Икенсе турҙа дистанцион рәүештә ҡатлаулы биремдәр үтәй. Ошо ике турҙы үтеп тейешле балдар йыйғас, ярымфиналға үтә. Артабан ул “Башҡортостан Республикаһында экотуризмды үҫтереү” тигән темаға проект төҙөп ебәрә. Әйткәндәй, һөнәрселек колледжынан был бәйгелә алты кеше ҡатнаша, ярымфиналға Булат Нафиҡов ҡына үтә. Аҙна башында уға бәйгенең Өфөлә үтәсәк ярымфиналына саҡырыу ҡағыҙы килә.
  • Был бәйгенән онотолмаҫ бай тәьҫораттар алып ҡайттыҡ. Өс көн бер тында үткән кеүек булды. Сара юғары кимәлдә ойошторолған. Унда ысын мәғәнәһендә ҡунаҡсыллыҡ оҫталары, үҙ эшен асып бөгөнгө көндә уңышлы эшләгәндәр йыйылған. Ярымфиналға 89 бәйгесе үтеп, 42-һе беҙҙең республиканан ине. Шулай уҡ Свердловск, Ырымбур, Төмән, Пермь, Силәбе, Мәскәү һәм башҡа өлкәләрҙән килеүселәр бар ине. Төньяҡ райондарға килгәндә, Мишкәнән ике кеше ҡатнашты. Беҙҙе Өфөнөң биш йондоҙло отеленә урынлаштырҙылар. Йәшәү, ашау — барыһы ла ойоштороусылар тарафынан түләнде. Сара ла шунда уҡ үтте. Уны асыу тантанаһында Рәсәй, Башҡортостан Хөкүмәте вәкилдәре ҡатнашты. Артабан Өфөнөң көньяҡ өлөшө буйлап экскурсия үтеп, иҫтәлекле урындарында фотоға төшөү ойошторолдо, ҡунаҡтарҙы баш ҡаланың тарихы менән таныштырҙылар. Икенсе көндө “Уралдан алып Волга буйына тиклем” ярымфиналы башланды. 89 кеше ун өҫтәлгә бүленеп ултырып, алып барыусыларҙың туризмды үҫтереүгә арналған биремдәрен үтәнек, үҙебеҙҙең фекерҙәрҙе яҡланыҡ. Һәр өҫтәлдә эксперттар ултырып, ҡыйыу, үҙенсәлекле фекерҙәр әйткән бәйгеселәрҙе билдәләп барҙы. Кисен республика Башлығы Радий Хәбиров килде. Ул һәр команданың сығышын иғтибар менән тыңланы, аҙаҡ беҙ тәҡдим иткән һәр башланғысҡа ҡарата фекерен белдерҙе, ҡайһы бер проект-тәҡдимдәргә айырым туҡталды, иң һәйбәте тип табылған проектҡа күләмле суммала грант вәғәҙә итте. Өсөнсө көндө лә шулай уҡ өҫтәлдәргә бүленеп, һәр кем үҙенең проектын яҡланы. Улар араһында иң үҙенсәлеклеләрен һайлап алдылар. Финалға 10 кеше сыҡты. Кисен ярымфиналға, финалға сығыусыларҙы тәбрикләнеләр, матур концерт, дискотека ойошторолдо. Унда бәйгене ойоштороусы берләшмә вәкилдәре лә сығыш яһаны. Ошо көндәрҙә ярымфиналдың төбәк-ара этаптары Сочи, Тула, Ялта, Пятигорск, Һамар ҡалаларында ла үтте. “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” ойошмаһының партнерҙар менән эш йүнәлеше етәксеһе Антон Сериков Башҡортостандың ҡунаҡсыл төбәк булыуын, Өфөлә үткәрелгән ярымфиналдың юғары кимәлдә үтеүен билдәләне. Ысынлап та, был сара ҡунаҡсыллыҡ оҫталары бәйгеһе булды. Остаздары – уның төп тармаҡтары буйынса Рәсәй кимәлендә юғары уңыштарға өлгәшкән белгестәр. Улар менән яҡындан танышыу бәхетенә ирештем, яңы уй-фекерҙәр, идеялар тупланым. Бындай бәйгелә ҡатнашыуыма сикһеҙ шатмын, — тип үҙенең бай тәьҫораттары менән бүлеште Булат Нафиҡов.
  • Булат Миңлемөхәмәт улын мәртәбәле бәйге ярымфиналына үтеүе, унда үҙенең проектын яҡлап сығыш яһауы менән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә уй-хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ!
    Илһөйәр Махатова.
    Читайте нас: