Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Март 2020, 22:50

Сәләмәтлек аҙнаһы үтте

Асҡын 2-се балалар баҡсаһында был аҙна сәләмәтлеккә арналды

Балалар баҡсаһында һәр көн ниндәйҙер исем аҫтында үтеп, төрлө физкультура-спорт саралары ойошторолдо, уйындар, әңгәмәләр үткәрелде.
Сәләмәтлек аҙнаһына йомғаҡ яһап, спорт байрамы уҙҙы. Балалар төрлө станциялар буйлап йөрөп, биремдәр үтәп, сәләмәтлектең иң ҙур байлыҡ икәненә төшөндө, ауырымаҫ өсөн организмды нығытырға, күнекмәләр эшләргә, саф һауала күберәк йөрөргә кәрәклеген аңланы.
Сарала тәрбиәләнеүселәр ҙә, педагогтар ҙа әүҙем ҡатнашты.
Читайте нас: