Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Март 2020, 13:35

Сигеүгә лә, тегеүгә лә маһир!

Асҡындан Фәниә апай Әхмәтова Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерләнә

Оҫта ҡуллы кешеләр һәр ваҡыт һоҡланыу уята. “Ҡулдарынан гөлдәр тама”, — тиҙәр ундайҙар тураһында. Асҡын ауылында йәшәүсе шундай гүзәл заттарҙың береһе — Фәниә апай Әхмәтованың эштәре лә ҡарап туймаҫлыҡ.
Фәниә Фәхри ҡыҙы сығышы менән Ҡарткиҫәк ауылынан. “Асҡын электр селтәрҙәре” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә өлкән контролер булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Уға тиклем оҙаҡ йылдар коммуналь хужалыҡта штукатур-маляр булып та, контролер булып та эшләй.
  • Ҡул эшен йәштән яраттым. Балаларға күлдәген дә үҙем тектем, гамаж, кофталарҙы ла үҙем бәйләнем. Эшләгәндә, төшкө ашҡа ҡайтмаған саҡтарҙа, ҡыҙҙар менән бер-беребеҙҙән биҙәктәр өйрәнеп, ваҡытты бушҡа үткәрмәй, уҙышарҙан бәйләй инек. Сигеү ҙә ҡулдан төшмәй ине, стенаға төртөп балаҫтар ҙа сиктем, — тип һөйләй Фәниә апай.
  • Хаҡлы ялға сыҡҡас иркенләп ҡул эшенә тотона ул. Уның сиккән, теккән, бәйләгән әйберҙәрен һанап бөтөрөрлөк түгел! Йырға, бейеүгә оҫта Фәниә апай биш йылдан артыҡ район Мәҙәниәт йорто эргәһендәге Ризидә Ғәлимова етәкселегендәге “Ак калфак” халыҡ фольклор ансамбленә йөрөй. Ансамбль ағзаларының күбеһе Фәниә апай теккән матур күлдәктәрҙе кейә, шулай уҡ йырсы апайҙарҙың сигеүле ҡалпаҡтары ла, альяпҡыстары ла уның ҡул эштәре. Ауылдан элекке альяпҡыстарҙы эҙләп алып килеп, уларҙағы биҙәктәрҙе тергеҙә ул.
    Тегеү, сигеүҙән тыш Фәниә апай бәйләмгә лә маһир. Һуңғы ваҡытта ул ҡурсаҡтар бәйләй башлаған. Үҙе бәйләгәндәренә лә, магазин ҡурсаҡтарына ла ул милли кейемдәр тегеп кейҙерә. Оҫтаның был үҙенсәлекле сағыу эштәрен район үҙәгендә үткән “Тере шишмәләр” халыҡ ижады район фестиваль-смотрында, Башҡорт телен асыу тантаналарында күреп һоҡландыҡ.
    Әлеге ваҡытта Фәниә апай йәйен районыбыҙҙа үтәсәк 6-сы Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерләнә. Ул ейәнсәрҙәрен башҡорт милли кейемдәрендә ошо ҙур йыйынға алып сығырға уйлай. Ҡыҙҙарға матур камзулдарҙы тегеп ҡуйған да инде.
    Әйткәндәй, Фәниә апай тормош иптәше Йәүит Йәүҙәт улы (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәрхүм инде) менән өс ҡыҙ һәм ул тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарған. Балалары хәҙер барыһы ла ғаиләле. Ике ейәне һәм биш ейәнсәре бар оҫта ҡуллы өләсәйҙең.
    Фәниә Фәхри ҡыҙы ҡул эшенән тыш гөлдәр үҫтерергә ярата, аш-һыуға оҫта. “Бар яҡлап та уңған ул беҙҙең Фәниә, асыҡ йөҙлө, ҡунаҡсыл. Бына нисә йыл бергә йырлап, бейеп йөрөйбөҙ. Ҡасан ҡарама, ҡулында йә бәйләме, йә сигеүе, өҫтәлендә тәмле риҙығы”, — тип әхирәтен маҡтап алды Гөлфинә апай Үҙәнбаева.
    Илһөйәр Махатова.
    Читайте нас: