Форумды район хакимиәте башлығы Рөстәм Исхаҡов асты. Ул муниципаль-ара хеҙмәттәшлек, социаль эшҡыуарлыҡтың муниципалитеттар өсөн яңы мөмкинлектәр асыуын билдәләне.
Форумда ҡатнашыусылар социаль инвестицияларҙы йәлеп итеү, социаль эшҡыуарлыҡты тормошҡа ашырыу, муниципаль фандрайзинг методологияһын өйрәнде.
Сараның икенсе өлөшөндә “Социаль проектлау һәм проект менән идара итеү” проект эше үткәрелде. Ҡатнашыусылар өс командаға бүленде һәм социаль проектлау буйынса структур аҙым планын төҙөнө. Проект эштәренең темалары: тулы ғаилә булдырыу, илһөйәрлек тәрбиәһе, ауыл туризмын үҫтереү. Һәр команда үҙ темаһы буйынса идеяларын, маҡсаттарын, бурыстарын аңлатты.
Форумда шулай уҡ социаль етемлекте булдырмау, уны киҫәтеү темаһына лекция уҡылды. “Тыуған ауыл” форумында ҡатнашыусылар менән махсус саҡырылған эксперттар эшләне.