Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Март 2020, 14:35

“Батыр”ҙа ҡунаҡта — Паралимпия чемпионы

Йәш йөҙөүселәргә Михаил Зимин асыҡ дәрестәр үткәрҙе

Ошо көндәрҙә “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Рәсәй йөҙөүсеһе-паралимпиясы Михаил Зимин булып, йөҙөү секцияһына йөрөүсе малайҙар һәм ҡыҙҙарға ошо спорт төрө буйынса асыҡ дәрестәр үткәрҙе, йөҙөү техникаһы нескәлектәренә төшөндөрҙө.
Михаил Сергеевич Зимин Златоуст ҡалаһында тыуған, 37 йәштә, ғаиләле. Стәрлетамаҡта физик культура институтын тамамлаған. Ул 2012 йылда Лондонда үткән йәйге Паралимпия уйындары чемпионы, шулай уҡ ике тапҡыр донъя, күп тапҡырҙар Рәсәй чемпионы, Рәсәйҙең йөҙөү буйынса атҡаҙанған спорт мастеры. Физик культураны һәм спортты үҫтереүгә индергән өлөшө, юғары спорт һөҙөмтәләре өсөн Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләнгән. 2006 йылдан башлап Рәсәйҙең паралимпия йыйылма командаһында тора. Өфөлә йөҙөү буйынса спорт мәктәбен етәкләй.
Михал Зимин “Батыр”ҙа йәш йөҙөүселәрҙең ата-әсәләре менән дә осрашты. Ул ошо спорт төрөнөң сәләмәтлек өсөн файҙаһы тураһында һөйләне, балаларҙы бәләкәйҙән үк сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырып, ваҡыттарын файҙалы үткәрергә өйрәтергә саҡырҙы. “Һеҙҙең балалар бик бәхетле. Ошондай мөһабәт, ҙур, иркен физкультура-һауыҡтырыу комплексы бар. Бирелә өмөтлө спортсылар тәрбиәләргә ҙур мөмкинлектәр етерлек. Бары тик тырышлыҡ, маҡсат һәм ошо маҡсатҡа тырышып-тырмашып ынтылырға кәрәк. Балаларығыҙҙың сәләмәт, заман ауырлыҡтарына ҡаршы торорлоҡ булып үҫеүендә һеҙ яуаплы, ата-әсәләр”, — тип төплө кәңәштәрен бирҙе ул.
Илһөйәр Махатова.
Читайте нас: