Кисә, 28 февралдә, Иҫке Балтас ауылында XXII Башҡортостан Республикаһы уҡыусылары спартакиадаһы иҫәбенә грек-рим көрәше буйынса төбәк ярыштар үтте. Бәйге дөйөм белем биреү учреждениеларының балалар спорт командалары (2006-2007-се йылғы үҫмерҙәр) араһында ойошторолдо.
Ярышта Балтас, Борай, Ҡариҙел, Тәтешле, Асҡын райондары көрәшселәре ҡатнашты. Районыбыҙ данын тренер-уҡытыусы Фәрдүс Зөлфәт улы Әхмәтов етәкселегендәге 11 үҫмерҙән торған команда яҡланы. Ҡыҙыу бәйгелә беҙҙең команда өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Шәхси беренселектә 32 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында Рәдим Шәйхетдинов менән 75 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында Денис Әхтәмшин 1-се урын яуланы. Руслан Абуллаев ( 38 килограмға тиклем), Рөстәм Камалыев (41 килограмға тиклем) һәм Миңтимер Кафланов (48 килограмға тиклем) 2-се урындарға лайыҡ булды. Еңеү яулаусы егеттәребеҙҙең барыһы ла Асҡын 2-се урта мәктәбендә белем ала. Йәш спортсыларыбыҙҙы лайыҡлы еңеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Улар район данын апрель айында ярыштың Салауат ҡалаһында үтәсәк төбәк этабында ла яҡлаясаҡ.
Асҡын 2-се урта мәктәбенең физик культура уҡытыусыһы, грек-рим, милли көрәш, билбаулы көрәш секцияларын етәкләүсе Фәрдүс Зөлфәт улы әйтеүенсә, егеттәр бик тырыш, бер күнекмәне лә ҡалдырмай ҡыҙыҡһынып шөғөлләнә. Күптән түгел Ҡариҙелдә милли көрәш буйынса үткән ярыштарҙа Денис Әхтәмшин менән Динис Рыбин призлы урындарға лайыҡ була. Егеттәргә милли көрәш буйынса район данын Стәрлебаш районында үтәсәк ярышта ла яҡлайһы бар әле. Уңыштар теләйек уларға!