Бөгөнгө оператив кәңәшмә мәлендә Радий Хәбиров чиновниктарҙы шелтәләп алды.
– Миңә Мәғариф министрлығы балаларҙан мәктәпкә барғас телефондарын алып ҡуйыуҙы тәҡдим итә. Телефон уларға ҡамасаулай. Ә үҙегеҙ һуң? Тәүҙә үҙегеҙҙән башлағыҙ. Өҫтән миңә барыһы ла яҡшы күренә, кемдең телефонда соҡоноп ултырғанын күреп торам. Бында ҡыҙыҡ булмаһа, башҡаса килмәгеҙ. Исем өсөн ултырыуығыҙ кәрәкмәй, – тине ул.
Радий Фәрит улы белдереүенсә, мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн егерме кеше лә етә. Ә кәңәшмәгә килгәндәрҙең күбеһе телефондарына инеп китеп, башҡа донъяла ултыра.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кеҫә телефон файҙалы гаджеттан бөгөнгө көн бәләһенә әйләнеп килә. Балалар башкөллө унда сумғаны етмәгән, өлкәндәр ҙә күп осраҡта телефондай айырыла алмайбыҙ. Уйланырға кәрәктер!