Йәнтөйәк
+16 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
12 Февраля 2020, 07:15

Күп балалы ғаиләләрҙе хәстәрләп

Алмаз менән Земфира Шаһиевтар һәләтле балалар үҫтерә

Дәүләт башлығы Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә төп темалар: демография, балалы ғаиләләргә ярҙам, әсә капиталы программаһын киңәйтеү, мәктәптә туҡланыу һәм башҡа мөһим мәсьәләләр булды. Быйыл балалы ғаиләләргә яңы ярҙам саралары тураһында һөйләп, йәш ғаиләләрҙе айырыуса һөйөндөрҙө.
Асҡында йәшәүсе күп балалы ғаиләләр әлегә хөкүмәт тарафынан күрһәтелгән ниндәй ярҙам төрҙәре менән файҙалана икән? Ошо һорау менән Земфира һәм Алмаз Шаһиевтарға мөрәжәғәт иттем.
  • Быйылғы йыл башынан балалы ғаиләләргә ҡағылышлы бер-нисә социаль ярҙам төрө ғәмәлгә инә. Беҙ ҙә был ярҙамдың ҡайһы берҙәренән файҙалана алырбыҙ, тип ышанам. Әлегә коммуналь хеҙмәттәр өсөн субсидия, күп балалы ғаиләләргә бирелә торған, кесе улыбыҙ Рамазанға өс йәшкә тиклем түләнгән пособиеларҙы алабыҙ. Башҡа ярҙамдарға килгәндә, мәктәптә уҡыусы улым менән ҡыҙым бушҡа ашай. Ә Рамазанға балалар баҡсаһы өсөн сумманың 70 процентын ғына түләйбеҙ. Яңы йылға быйыл мәктәптән балаларға күстәнәстәр бирҙеләр. Бындай хәстәрлек беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ, әлбиттә. Тик бына күп балалы ғаиләләргә бушлай бирелә торған ер участкаһын ғына беҙ ала алманыҡ, — тип һөйләне Земфира Шаһиева.
  • Тырыш, уңған Шаһиевтар өс бала тәрбиәләй. Оло улдары Азамат Асҡын 2-се урта мәктәбенең 8-се класында уҡый, спорт менән шөғөлләнә. Азалия 6-сы класта белем ала. Һәләтле ҡыҙ матур йырлай һәм бейей. Төпсөктәре Рамазанға ике йәш, ул 2-се балалар баҡсаһына йөрөй. Алмаз менән Земфира балаларын үҙ өлгөләрендә әүҙем, маҡсатсан итеп тәрбиәләй, уларҙың һәләттәрен үҫтереүгә ҙур тырышлыҡ һала.
    Илһөйәр Махатова.
    Читайте нас