Бер ҡыш та киҙеүһеҙ генә үтмәй. Ғәҙәттә, һалҡындар башланыу менән киҫкен респиратор ауырыуҙар менән вируслы инфекциялар ҡотора башлай. Быйыл ул бер аҙ һуңланы кеүек, уның иң киҫкен осоро ғинуар-февралгә тура килде. Көндән-көн ауырыуҙар һаны арта, дауаханаларҙа, республиканың байтаҡ мәктәптәрендә карантин иғлан ителде.
Кемдәрҙер кинәт кенә йүтәл барлыҡҡа килеүенә, тамаҡ шешеүенә, икенселәр тымау төшөүенә, баш ауыртыуына, тән температураһы күтәрелеүенә зарлана. Һәр осраҡта ла хәлһеҙлек күҙәтелә. Әйткәндәй, тымау ҙа, йүтәл дә тиҙ генә үтмәй. Өҫтәүенә, сир өйгә килеп инһә, ғәҙәттә, барыһы ла ауырый.
Ауырыуҙы мөмкин тиклем иртәрәк дауалай башлау мөһим. Иң беренсе сиратта вирусҡа ҡаршы препараттар ҡулланырға кәрәк. Хәҙер уларҙың иҫәбе-һаны юҡ, иң яҡшыһы – табип менән кәңәшләшеү. Әлбиттә, киҙеү менән сирләгән кешегә тымауға ҡаршы, тамаҡ ауыртыуын баҫыусы, температураны төшөрөүсе дарыуҙарҙы ла ҡулланырға тура килә. Йүтәлдән, мәҫәлән, уны йомшартырға һәм ҡаҡырыҡты сығарырға булышлыҡ итеүсе препараттар эсергә кәрәк. Әйткәндәй, табиптар тән температураһын 38-39-ға күтәрелгәс кенә төшөрөргә кәңәш итә, сөнки ул — организмдың ауырыуға көрәшеү билдәһе.
Шулай уҡ күберәк сәй, һут, морс эсергә ҡушыла. Бигерәк тә, бал һәм ҡурай еләге ҡушып, лимонлы сәй эсеү файҙалы. Дарыу үләндәре тураһында ла оноторға ярамай. Мәтрүшкә, йүкә сәскәһенә, мәҫәлән, ҡайнар һыу ҡойоп, йылы килеш эсергә мөмкин. Йүтәлдән һөт ҡайнатып эсеү ҙә яҡшы һөҙөмтә бирә. Температура булмағанда, күкрәккә, арҡаға мазь һөртөргә, йылытырға мөмкин. Тамаҡ ауыртҡанда иһә компресс ябырға йәки горчичник ҡуйырға була.
Сирҙе аяғөҫтө үткәреү өҙлөгөүгә килтереүе ихтимал, шуға күрә күберәк ятып торорға кәңәш ителә.
Киҙеү эләкмәһен өсөн ниндәй профилактик саралар ҡулланырға була?
Организмдың вирусҡа ҡаршы тороусанлығын күтәреү өсөн дөрөҫ туҡланыу, витаминдар, микроэлементтар ҡабул итеү мөһим. Эпидемия осоронда кеше күп булған ерҙәргә йөрөүҙе сикләргә, инфекциялы кешеләр менән аралашыуҙы кәметергә, махсус битлек ҡулланырға, ҡулдарҙы һәр саҡ яҡшы итеп һабынлап йыуырға, бүлмәләрҙе көнөнә бер тапҡыр булһа ла елләтеп алырға кәңәш итә табиптар.
Ғөмүмән, иң дөрөҫө – ауырый башлағас та табипҡа мөрәжәғәт итеү. Ул һеҙҙең хәлегеҙҙе баһалап, иң дөрөҫ дауалау ысулын билдәләр.
Илһөйәр Махатова әҙерләне.
Фото: интернет селтәренән.