Йәнтөйәк
+6 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
30 Января 2020, 09:37

БАЛАЛАРҘЫҢ ЙӘЙГЕ ЯЛЫ

Башҡортостанда ҡала ситендәге стационар лагерҙарға түләүһеҙ юллама алыу өсөн йәшәгән урын буйынса балаларҙың ялын һәм уларҙы һауыҡтырыу менән шөғөлләнгән муниципаль органға (мәғариф бүлегенә) мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Добавить в предпочтительные источники Google
Юллама алыу өсөн тапшырылырға тейешле документтар:
– паспорт йәки шәхесте раҫлаған башҡа документ;
– баланың тыуыу тураһындағы таныҡлығы;
– 14 йәшкә еткән баланың паспорты;
– баланы уллыҡҡа, опекаға, попечителлекә, ғаиләгә тәрбиәгә алған осраҡта, ошо туралағы документтар;
– ғаиләнең аҙ тәьмин ителгәндәр категорияһына индерелеүе тураһындағы белешмә ҡағыҙы;
– вәкәләттәре ышаныс ҡағыҙы менән билдәләнгән кеше өсөн – ҡануниәткә ярашлы тултырылған ышаныс ҡағыҙы;
– шәхси мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүгә ризалыҡ.
Читайте нас