Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Ғинуар 2020, 16:22

Ғинуар – уңышҡа нигеҙ һала торған осор

Ғинуар – йылдың башы, ҡыштың уртаһы. Баҡсала эш юҡ, ял итеү мөмкинлеге лә бар кеүек.

Әммә был беренсе ҡарашҡа ғына. Ай аҙаҡтарына баҡсала етерлек ҡар тупланып өлгөрә. Йылытылмай торған теплица эсенә күберәк ҡар ташлағыҙ. Быны ҡар яуған һайын эшләргә кәрәк. Март башында ҡояш ерҙе нығыраҡ йылыта башлағас, ҡар әкренләп ирейәсәк һәм тупраҡты дымға байытасаҡ. Үҫемлектәр өсөн ҡар һәм ямғыр һыуы файҙалыраҡ.Ҡар тотоу эштәрен дауам итегеҙ.

Орлоҡ хәстәрләгеҙ

Үрсетмә ултыртыу өсөн орлоҡ һатып ала башлаһағыҙ ҙа була. Был ваҡытҡа тиклем һатыусылар уҙған йылдан ҡалғандарын һатып бөтөрә. Һыналған, исемдәре билдәле фирмаларҙан ғына орлоҡ алырға мөмкин.
Йәшелсә орлоҡтары ҡағыҙ пакетта туғыҙ йылға тиклем генә һаҡлана ала. Ләкин уны һатып алғанда тышындағы маркировкаға иғтибар итегеҙ. Унда культураның, сорттың исеме, орлоҡтоң грамдағы ауырлығы, проценттарҙа сығышы, партия номеры, һигеҙ айҙан да артмаған һаҡланыу ваҡыты күрһәтелә.
Был айҙа еләк, әсе ҡуҙаҡлы борос орлоғон сәсәләр. Әммә әле үҫемлектәргә ҡояш нурҙары етмәй, уларҙы өҫтәмә яҡтыртырға тура киләсәк. Бындай мөмкинлек юҡ икән, эштәрҙе февралгә ҡалдырығыҙ. Еләк 40 көндән һуң ғына шыта. Орлоҡтары бик ваҡ булғас, тупраҡ өҫтөнә генә һибәләр. Шытып сығыуын тиҙләтеү өсөн өҫтөнә 1–2 см ҡар һалырға һәм 2-3 көнгә һыуытҡысҡа ҡуйып торорға була. Һуңынан һауыттың өҫтөн пленка менән ябып ҡуйығыҙ. 3 – 4 япрағы сыҡҡас, айырым һауыттарға күсереп ултыртырға мөмкин. Ғинуарҙа сәскән еләк йәй башында уңыш бирә.
Әсе боросто өс өлөш серетмә, 1 өлөш ҡом һәм аҙ ғына ағас көлө ҡушылған тупраҡҡа сәсәләр. Орлоҡтарҙы 1 см тәрәнлектә күмергә, 2 япрағы сыҡҡас, айырым һауыттарға күсереп ултыртырға онотмағыҙ.
Ай аҙағында 5 – 6 айҙан сәскә ата торған пеларгония, бегонияны, шабо ҡәнәферен, лобелияны, һәлберәп үҫә торған петунияларҙы сәсергә мөмкин.
Уларҙың орлоҡтары ныҡ ваҡ була. Шуға ла тупраҡ өҫтөнә ҡар һалып сәсәләр. Беренсенән, аҡ ҡар өҫтөндә орлоҡтар асыҡ күренә. Икенсенән, ҡар ирей һәм орлоҡтар әкренләп тупраҡ өҫтөнә төшә. Һөҙөмтәлә улар кәрәкле тәрәнлектә урынлаша.
Өсөнсөнән, ҡар һыуы бик яҡшы итеп тупраҡты дымға туйындыра һәм орлоҡтарға тиҙерәк үҫергә стимул бирә.
Әйткәндәй, ҡар өҫтөнә ултыртылған культуралар, ябай тупраҡҡа ултыртылғанына ҡарағанда, тиҙерәк сыға һәм көслөрәк була.

Фото: Т.Аманов
Яңылыҡ авторы: З. ЙӘҺҮҘИНА
Читайте нас: