Ул 8-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 5-се класында уҡый. Катя – уҡыу алдынғыһы, Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары призеры. “Радуга” спорт эстрада бейеүе коллективы менән республика һәм муниципаль кимәлдәге ярыштарҙа бер нисә тапҡыр беренселекте яулаған. Халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй кимәлендәге фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашып, юғары уңыштарға өлгәшкән. Уҡыусыларҙың һәм студенттарҙың “Эҙләнеү – 2018. Фән – ул хаҡиҡәтте эҙләү” Бөтә Рәсәй конференцияһы йыйынтығында “Уҡыусыларҙың сәләмәтлегенә аэробик күнекмәләрҙең йоғонтоһо” исемле мәҡәләһе баҫылып сыҡҡан. Өс йәштән спорт аэробикаһы менән шөғөлләнгән ҡыҙҙың Өфөнән тыш Мәскәү, Чебоксар, Новосибирск ҡалаларынан алып ҡайтҡан 115-тән ашыу миҙалы бар. ГТО-ның алтын билдәһенә эйә. Катя шулай уҡ башҡорт телен дә бик яратып, ихлас өйрәнә. Белемле, тырыш, уңған ҡыҙға киләсәктә уңыштар теләйбеҙ!