Кисә республиканың тағы иллегә яҡын күп балалы әсәһе “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде. Награданы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров тапшырҙы.
Шулай уҡ ике ғаиләгә “Ата-әсә фиҙакәрлеге” миҙалы ла тапшырылды. Был ҙур наградаға Дүртөйлө районынан туғыҙ бала тәрбиәләгән Лариса менән Борис Первушиндар һәм парашют спорты буйынса һигеҙ тапҡыр донъя чемпионы Алексей Бурениндың атаһы Александр Буренин лайыҡ булды.
Андрей Назаров әсәйҙәргә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың сәләмен һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Уларҙы лайыҡлы наградалары менән ихлас ҡотланы, республикала күп балалы ғаиләләргә ярҙам йөҙөнән башҡарылған эштәр тураһында һөйләне.
Гүзәл заттар башлыса Архангел, Баймаҡ, Дыуан, Благовар, Нуриман райондарынан, Сибай, Өфө, Октябрьский ҡалаларынан ине.
Илһөйәр Махатова әҙерләне.