Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Декабрь 2019, 14:00

Күргәҙмә кескәйҙәргә бик оҡшаны

“Күк сәскә”-ләр Балалар ижады үҙәгендә ойошторолған күргәҙмәгә барҙы

Асҡын Балалар ижады үҙәгендә ойошторолған билдәле рәссамыбыҙ Федор Александрович Кащеевтың картиналар күргәҙмәһенән көн оҙоно кеше өҙөлмәй.
“Күк сәскә” балалар баҡсаһының 2-се корпусына йөрөгән өлкән төркөм балаларына ла күргәҙмә бик оҡшаны. Кескәйҙәрҙе унда тәрбиәсе Юлиә Садыҡова, уҡытыусы-логопед Зинфира Закирова һәм тәрбиәсе ярҙамсыһы Рушания Зыятдинова алып барҙы. Малайҙар һәм ҡыҙҙар ҡыҙыҡһынып картиналарҙы ҡараны, һорауҙар бирҙе.
  • Күргәҙмә үҙемә лә бик оҡшаны. Рәссам картиналарында таныш йөҙҙәрҙе —районыбыҙҙың билдәле шәхестәрен дә күрҙек. Балалар Федор Александровичтың тормош, ижад юлы тураһында мәғлүмәт алды. Күбеһе үҫкәс рәссам булырға “ҡарар итте”. Алдағы көндәрҙә балалар баҡсаһының башҡа төркөм балаларын да алып барырға планлаштырҙыҡ, — тине Зинфира Сәғит ҡыҙы.
  • Илһөйәр Махатова.
    Читайте нас: