етмәһә, арыу уҡ сығымдар ҙа талап итә. Бүләк түгел, иғтибар мөһимерәк, тиһәләр ҙә, беҙҙең һәр беребеҙ бер нимәгә бойомға ашмаған ваҡ-төйәк түгел, ә күңеленә ятҡан әйберҙе бүләк итеп алырға теләй. Әлбиттә, үҙебеҙ ҙә яҡындарыбыҙға, дуҫтарыбыҙға бүләк һайлағанда, уларҙың зауығына тап килергә тырышабыҙ.
Статистика буйынса, Рәсәй халҡының өстән бер өлөшө бүләккә хушбуй, биҙәнеү әйберҙәре, иҫерткес эсемлек, кәнфит һәм уйынсыҡ һайлай. Илебеҙҙең һәр унынсы кешеһе аҡса һәм сувенир яҡлы. Ете процент өҫ һәм аяҡ кейеме, телефон, сәскә, көнкүреш техникаһын иң яҡшы бүләк тип һанай. Ике процент ресторанда киске аш, театр йәки концертҡа билет бүләк итеү отошло, ти. Бер проценттың компьютер, автомобиль, сәйәхәт кеүек үтә ҡыйбатлы бүләктәргә хәле етә.
Ә Яңы йылға нимә бүләк итергә? Был мөһим эште башҡарғанда яҡындарығыҙҙың зауығын, ҡыҙыҡһыныуҙарын, йәшәү рәүешен иҫәпкә алығыҙ. Бүләк һайлауҙы һуңғы көнгәсә ҡалдырмағыҙ, ҡаңғырып, ҡулығыҙға нимә эләгә, шуны алыуығыҙ ихтимал.
Психологтар фекеренсә, кешегә бер ҡасан да “хыялының күсермәһен” бүләк итергә ярамай. Мәҫәлән, дуҫығыҙ яңы автомобиль йәки ҡиммәтлерәк телефон тураһында хыяллана, ә һеҙ уға уйынсыҡ машина йәки балалар телефоны бүләк итәһегеҙ. Был килешмәй.
Балалар өсөн бүләктәргә килгәндә инде, уларҙы, ғәҙәттә, Ҡыш бабай тарата. Әгәр ҙә бала әкиәти бабайҙан ысын айфон йәки телевизор аша туҡтауһыҙ рекламаланған ҡиммәтле конструктор һорай икән, ул саҡта ни эшләргә? Иң тәүҙә сабыйға Ҡыш бабайҙың изге күңелле, аҡыллы, ғәҙел, тылсымлы зат булыуы хаҡында әйтергә кәрәк. “Ул Ер йөҙөндәге барлыҡ балаларҙың да бүләк алыуын теләй. Әгәр ҙә һиңә ундай ҡиммәтле бүләк алып килһә, кемдәргәлер бүләк етмәүе ихтимал”, — тип аңлатығыҙ.