Йәнтөйәк
0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Декабрь 2019, 12:50

Хатта өс гәзиткә яҙылалар!

Хәлисә һәм Нәсим Ғәниәтовтар өс район гәзитен алдыра

Асҡын ауылында йәшәүсе Хәлисә һәм Нәсим Ғәниәтовтар бына бер нисә йыл инде район гәзитенең өсөһөн дә — “Йәнтөйәк”те лә, “Ышаныч”ты ла, “Аскинская новь”ты ла алдыра.
Киләһе йылдың беренсе ярты йыллығына ла улар өс “районка”ға яҙылып, Асҡын мәғлүмәт үҙәге иғлан иткән акцияла ҡатнашырға теләк белдерҙе.
  • Ғүмеребеҙ буйы район гәзиттәренән айырылғаныбыҙ юҡ. Нимәгә өс гәзиткә лә яҙылырға, береһе етмәйме ни, тиер, бәлки, ҡайһы берәүҙәр. Һәр гәзит үҙенсә ҡыҙыҡлы, йөкмәткеһе буйынса айырыла. Мәҫәлән, “Йәнтөйәк”те уҡып алты район яңылыҡтарын беләм, һәләтле, уңған кешеләрҙән өлгө алам, һоҡланам. Туған телемдә баҫылған “Ышаныч” та үҙенсә яҡын: районыбыҙ ауылдарында үткән байрамдар тураһында беләм, хикәйә-шиғырҙарын яратып уҡыйым. Рус телендәге “районка”ны тормош иптәшем үҙ итә. Хәҙер шундай замана етте: кеше бер-береһенә йөрөшмәй, элеккесә хәл белешеү, ҡунаҡҡа йөрөү юҡ, шуға яңылыҡтарҙы ла күп ваҡыт район гәзиттәрен уҡып ҡына беләбеҙ бит. Районыбыҙ үҫешһен, туған телебеҙҙә сыҡҡан баҫмалар юғалмаһын, тигән теләктә мин, — тип үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты Хәлисә Нурулла ҡыҙы.
  • Әйткәндәй, хаҡлы ялдағы Хәлисә Нурулла ҡыҙы — Асҡын ауылының хөрмәтле ағинәйе, Үҙәк мәсеттә ғәрәп телен өйрәтә, ислам шәриғәте һәм башҡа фәндәрҙән дәрестәр бирә. Уңған, ҡул эшенә оҫта Хәлисә апай ауылдаштарына һатыу, тегеү буйынса ла ярҙам күрһәтә.
    Илһөйәр Махатова.
    Читайте нас: