Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Ноябрь 2017, 11:40

Асҡын ҡыҙы Рүзилә йортло булды

Күптән түгел Асҡын районында «Етемдәргә — торлаҡ» дәүләт программаһы буйынса биш бала йортло булды. Уларҙың береһе —Урмияҙ ауылынан Рүзилә Ғәлиева.

Күптән түгел Асҡын районында «Етемдәргә — торлаҡ» дәүләт программаһы буйынса биш бала йортло булды. Уларҙың береһе —Урмияҙ ауылынан Рүзилә Ғәлиева.
Рүзилгә ата-әсәһе янында үҫеп, шатлыҡлы бала саҡ кисерергә тура килмәй. Уны һәм бер туған апаһын ауылдаштары Альфира менән Ансар Әхмәтдиновтар үҙ ҡанаты аҫтына ала. Был ғаиләлә Рүзилә менән Регина күңел тыныслығы, яҡлау табып, ғаилә усағы йылыһы тойоп үҫә. Дүрт малай тәрбиәләгән Альфира апай ҡыҙҙарҙы үҙе белгән бөтә эшкә өйрәтеп үҫтерә. Аш-һыу бешерергә генә түгел, ырғаҡ һәм энә менән оҫта итеп төрлө-төрлө әйберҙәр ҙә бәйләргә өйрәнә ҡыҙҙар.
Рүзилә Өфөлә технология һәм дизайн колледжында уҡып сыға. Әле Асҡында Башҡорт ауыл хужалығы һөнәрселек колледжында ашнаҡсы һөнәрен үҙләштерә. «Дәүләттең етемдәрҙе хәстәрләүе бик яҡшы. Бер нисә йыл элек апайым да йортло булғайны. Хәҙер минең дә үҙ мөйөшөм бар. Бик шатланам. Оҙаҡламай күсенергә йыйынам. Урам яңы булғас, бирелә әле йорттар аҙ. Ваҡыт үтеү менән, һис шикһеҙ, бөтә йорттарға лә газ үтеп, юл түшәлер», — ти Рүзилә.
Читайте нас: