Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
24 Октябрь , 15:08

Яугирҙарға борщ әҙерләгәндәр

Райондаштарыбыҙ махсус хәрби операцияла булған яугирҙарыбыҙға гуманитар ярҙам йыйыуҙы дауам итә. Ошо көндәрҙә, көҙгө уңыштың мул сағында, Штәнде урта мәктәбенең берҙәм һәм татыу коллективы белем усағы баҡсаһында үҫтерелгән һәм шулай уҡ уҡытыусылар үҙҙәре өйҙәренән алып килгән йәшелсәләрҙе ҡулланып, ир-егеттәребеҙгә ебәрер өсөн тәмле борщ әҙерләне.

Яугирҙарға борщ әҙерләгәндәр
Яугирҙарға борщ әҙерләгәндәр

Мәктәп директоры Ирина Нуртдинова был изге эш тураһында: “Беҙҙең төп теләк — яугирҙарыбыҙ иҫән-имен генә тыуған йорттарына әйләнеп ҡайтһын. Шуға күрә, беҙ, мәктәп коллективы, бергәләп, үҙебеҙ үҫтергән йәшелсәләрҙе файҙаланып, тәмле борщтар әҙерләнек. Был — беҙҙең кес кенә күстәнәстәребеҙ, әммә улар егеттәребеҙгә өй йылыһын, беҙҙең хәстәрлекте, сәләмдәребеҙҙе алып барып еткерер”, — ти.
Штәнде мәктәбе коллективының был инициативаһы, һис шикһеҙ, йыраҡта хеҙмәт итеүсе яугирҙар өсөн ҙур рухи аҙыҡ буласаҡ. Улар был туҡлыҡлы, тәмле борщтан аш бешереп ашағанда, тыуған йортто, яҡындарын, ауылдаштарын иҫкә алыр, был иһә уларға көс һәм ышаныс өҫтәр.
Уҡытыусыларыбыҙҙың игелекле эше уртаҡ маҡсатҡа ынтылышты, берҙәмлекте һәм Ватанға булған мөхәббәтте күрһәтә.

Фирғәт Нәбиуллин.

Автор:
Читайте нас: