Яугир яҡташыбыҙ, Гөмбә ауылы ир-уҙаманы Ирек Ғилмияров үҙен яуҙа ҡотҡарған фельдшер — “Вирус” ҡушаматлы Азамат Муллашевҡа рәхмәт әйтер өсөн Салауат ҡалаһына бара.
Ир-егеттәр 2023 йылда махсус хәрби операцияға юллана. Икеһе лә “Башҡортостан” 31-се мотоуҡсылар полкының өсөнсө батальонына эләгә. Улар йыш осраша: “Мосолман” яралыларҙы “Вирус” эшләгән медицина блиндажына оҙатҡан була.
2024 йылдың 25 октябрен улар мәңгелеккә иҫтә ҡалдыра. Шул көндө Ирек Ғилмияров эвакуация ваҡытында миномет уты, дрондар аҫтында ҡала. Уның аяғы һына. “Вирус” ярҙамға килә.
— “Мосолман” өсөн барыһын да махсус әҙерләнем, сөнки ярҙамды шунда уҡ күрһәтергә кәрәклеген аңлай инем. Беренсенән, ул күп ҡан юғалта, икенсенән, окопта оҙаҡ ашамай һәм һыуһыҙ ятҡанлыҡтан, бик арыған була. Мин уны урман ситенә алып барып, ауыртыуҙы баҫа торған препарат ҡаҙап, таяҡ һалып бәйләргә теләгәйнем. Яугирға тиҙ генә барып еттек, ә бына кире ҡайтырға яҙманы, – тип хәтерләй Азамат Муллашев.
Дошман уларҙың юлын киҫә. Яугирҙар урманға табан ҡаса, әммә дрон-камикадзелар һөжүм итеүен дауам итә. “Вирус” “Мосолман” өҫтөндә “ҡош”тоң эленеп тороуын күрә һәм, бер ни ҙә уйлап тормай, яугирҙы үҙ кәүҙәһе менән ҡаплай. Азаматтың һул аяғының янбаш артерияһы өҙөлә, ике ҡулы ла ярсыҡ эләгеп, һына.
Бәхеткә күрә, уларҙы эвакуациялайҙар һәм госпиталгә алып киләләр. Артабан улар төрлө учреждениеларҙа дауаланғанлыҡтан, бер-береһе менән бәйләнеште юғалта. “Мосолман” үҙен ҡотҡарған кеше өсөн һәр саҡ борсола, нисек тә күреп, хәлен белеп, рәхмәт әйтеү теләге менән янып йәшәй.
“Мин Азамат өсөн бик борсолдом, үҙемде уның алдында ғәйепле тойҙом. Ул ныҡ яраланды, иҫән ҡалдымы икән тип ҡайғырҙым”, – ти Ирек Ғилмияров.
Был ваҡиғанан һуң бер йыл үткәс, ир-егеттәр “Башҡортостан” полкының тәрбиә эше буйынса командир урынбаҫары, подполковник Рөстәм Шиһабетдиновтың һәм “Башҡортостан” полкының психология хеҙмәте төркөмөнөң элекке начальнигы, капитан Рафаил Төхбәтовтың ҡайғыртыусанлығы арҡаһында осраша. Шулай итеп, яҡташыбыҙҙың теләге тормошҡа аша.
Яугир дуҫтар оҙаҡ һөйләшеп ултыра, алғы һыҙыҡтағы ауыр көндәрҙе иҫкә төшөрә, махсус хәрби операцияға ҡағылышлы һуңғы яңылыҡтарҙы тикшерә, киләсәккә пландар менән уртаҡлаша.
“Выбор” гәзите материалы ҡулланылды.