Осрашыуҙа һүҙ алғы һыҙыҡтағы хәлдәр, яугир яҡташтарҙың кәйефе, хеҙмәте тураһында барған. "Кэп" - Таһир Күсимов исемендәге батальон командиры урынбаҫары.
Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов яҙыуынса, егет үҙ иленең ысын улы, офицер, илһөйәр. Ул, 60 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, 2023 йылда РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән. Яугирҙың Тымыҡ океан флотында хеҙмәт итеү тәжрибәһе бар. Фронтҡа тиклем хаҡлы ялда төҙөлөш өлкәһендә эшләгән.
Бик йөкмәткеле осрашыу булды, тип яҙа етәксе.
Яугирҙарға - именлек һәм еңеү!
Фото: telegram-канал главы администрации Аскинского района РБ Диниса Юсупова
Автор:Алһыу Ишемғолова