Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
1 Август , 09:21

Ҡариҙелдә яугир ғаиләләре ағзалары осрашҡан

Яҙмыштарын уртаҡ хәсрәт, хәстәрҙәр берләштергән ҡатын-ҡыҙҙар был клубта осрашыуҙан күңеленә тыныслыҡ, йәм таба.

Ҡариҙелдә яугир ғаиләләре ағзалары осрашҡан
Ҡариҙелдә яугир ғаиләләре ағзалары осрашҡан

Ҡариҙел ауылының үҫмерҙәр өсөн модель китапханаһында махсус хәрби операция яугирҙәренең әсәләренә һәм тол ҡатындарына ярҙам итеүгә арналған “СВОя семейная гостиная” клубы осрашыу үткәргән. Уны “Ватан һаҡсылары” дәүләт фондының Башҡортостан филиалы Ҡариҙел районы бүлексәһенең социаль координаторы Зарина Вәлинурова, китапханасылар һәм Ғаилә хеҙмәте ойошторған. Осрашыу темаһы бик тә көнүҙәк – мутлашыусыларҙан нисек һаҡланыуға йүнәлтелгән.

Сарала полиция майоры Алексей Праздничных ҡатнашҡан. Ул киң таралған мутлашыу схемалары тураһында ентекле һөйләп, таныш булмаған кешеләр менән телефондан аралашҡанда һаҡ булырға өндәгән һәм шикле һөйләшеүҙәрҙе кисекмәҫтән туҡтатып, улар тураһында полицияға хәбәр итергә кәңәш иткән. Ул ҡатнашыусыларға тематик белешмәләр ҙа таратҡан.

Осрашыуға килеүселәр практик ярҙам да алған: Ғаилә хеҙмәте етәксеһе Роза Хәбибуллина нейрографика буйынса күңел торошон көйләүгә, хәүеф тойғоһон баҫырға өйрәнеүгә ҡағылған оҫталыҡ дәресе үткәргән.

Яҙмыштарын уртаҡ хәсрәт, хәстәрҙәр берләштергән ҡатын-ҡыҙҙар был клубта осрашыуҙан күңеленә тыныслыҡ, йәм таба. Осрашып һөйләшеү, кәңәшләшеү, аҙаҡтан бергә ултырып тәмле сәй эсеү күңел яраларын баҫырға, артабан йәшәүгә көс алырға ярҙам итә.

Йылы осрашыу тураһында яҙма менән “Ватан һаҡсылары” фондының Башҡортостан филиалы үҙ төркөмөндә уртаҡлашты.

Фото: vk.com/zashitnikiotechestvarb

Автор:Равиля Гатауллина

Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: