Башҡортостанда махсус хәрби операция ветерандарының торлаҡ йорттарын яраҡлаштырыу дауам итә. Фондтың республика филиалында адаптацияға 123 ғариза ҡабул ителгән (2025 йылдың 23 июненә мәғлүмәттәр буйынса). Уларҙың 104-е буйынса махсус комиссия биналарҙы тикшерҙе. 35-е яраҡлаштырылған, ҡалғандары буйынса эш дауам итә.
Торлаҡты уңайлыраҡ итеү мөмкинлеге хаҡында Балтас районының Иҫке Балтас ауылынан Илмер Фәрраховҡа «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостан буйынса филиалы социаль координаторҙары Гүзәл Бухина һәм Гөлшат Нурҡаева һөйләгән. Улар уҡ ветеранға ғариза бирергә һәм кәрәкле документтарҙы рәсмиләштерергә ярҙам иткән.
Инвалидтар ихтыяжы өсөн торлаҡ биналарҙы тикшереү буйынса махсус комиссия Илмер Фәрраховҡа кәрәкле ҡорамалдарҙы һайларға ярҙам итте. Ветеранға төтөн, һыу, газ датчиктары менән «Аҡыллы йорт» системаһын ҡуйғандар, махсус эш урыны йыһазландырғандар, функциональ кресло һәм робот-пылесос биргәндәр.
«Аҡыллы йорт» смартфон һәм электр приборҙары менән идара итеү колонкаһы менән МХО ветеранының тормошон еңеләйтә, ул көнкүреш бурыстарын тиҙерәк башҡара ала.
- «Ватанды һаҡлаусылар» фондына һәм социаль координаторҙарыбыҙ Гүзәл менән Гөлшатҡа ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәт! Эште башҡарыуы егеттәр – ҙур оҫталар, барыһын да тиҙ һәм аныҡ эшләнеләр, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Илмер Фәррәхов.
- Ауыр йәрәхәттәр алған ветерандар айырыуса хәстәрлеккә мохтаж. Протездар биреүҙән тыш, фонд торлаҡ биналарҙы уларҙың шәхси ихтыяждарына яраҡлаштыра. Беҙ уларға мөмкин тиклем уңайлы шарттар булдырырға, мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам күрһәтергә һәм кәрәкле бөтә хеҙмәттәр алырға ярҙам итергә тейешбеҙ, – тип иҫәпләй «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостан буйынса филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.
Өҫтәп әйтергә кәрәк, «Аҡыллы йорт» системаһын бөтә кәрәкле ҡорамалдар һәм мебель менән «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды ветеранға бушлай бирҙе. Фондтың республика филиалы эшмәкәрлеге тураһында тулыраҡ бында: https://vk.com/public220653548
«Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостандағы филиалы Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 107 адресы буйынса урынлашҡан. Эш ваҡыты: 9.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем, ял көндәре юҡ. Алдан консультация өсөн телефон: 8 (347) 268-01-02
Текст авторы: Галина Морозова.
Фото: ФЗО-ның Башҡортостандағы филиалы.