Һөжүм төркөмдәре менән элемтәне тергеҙергә кәрәклеген аңлап, кесе сержант Рәдиф Н. (позывнойы ла шундай) һәм рядовой Владислав Д. элемтәселәр төркөмө составында боҙолған антеннаны төҙәтергә юллана. Эштәрҙе башҡарғанда дошмандың ике FPV дроны килеп сыға һәм төркөмдө атакаға тота башлай.
Рядовой дрондарҙы төркөмдән айырып, үҙенә йәлеп итергә тырыша һәм береһен юҡ итә. Икенсе дрон уға һөжүм итә, яугир күп һанлы яралар ала. Хәлде тиҙ генә аңлап алып, кесе сержант Рәдиф Н. хәрби дуҫына беренсе медицина ярҙамы күрһәтә, уны яу яланынан алып сыға.
Рядовойҙы эвакуация төркөмөнә тапшырып, кесе сержант ретрансляторҙы тергеҙеү һәм антенна-фидер ҡорамалын урынлаштырыу буйынса эштәрҙе тамамлай. Бының менән ул командование һәм һөжүм төркөмө араһында элемтәне яйлай.
Кесе сержант Рәдиф Н. дошмандың артиллерия һәм миномет атакаһынан һуң бер нисә тапҡыр элемтәне көйләй.
Башҡортостан юлдаш телеканалы Краснолиманск йүнәлешендә элемтә тәьмин итеүсе “Башҡортостан” 31-се мотоуҡсылар полкы яугирҙары тураһында сюжет төшөрә. Рәдиф тә унда интервью бирә. Ата-әсәһе улдары менән сикһеҙ ғорурлана.
Нуриәхмәтовтар 50 йылдан артыҡ татыу ғүмер итә, өс бала тәрбиәләп үҫтерә, ике ейәнсәрҙәре бар. 18 йыл Бишбүләк районында йәшәйҙәр, Зәйтүнә Закир ҡыҙы сығышы менән унан. Кесе улдары Рәдиф тә Бишбүләктә тыуа. Һуңынан Ҡариҙел районына Иҫке Аҡбүләк ауылына ҡайтып төпләнәләр. Ғаилә башлығы колхозда ҡарауылсы, мал ҡараусы булып эшләй, ә ҡатыны һауынсы була, быҙауҙар ҡарай.
Рәдиф мәктәпте тамамлағас, Ҡариҙелдә ауыл хужалығы училищеһында уҡый, тракторсы-машинист белгеслеген ала, һуңынан армияла хеҙмәт итә, Себерҙә вахта ысулы менән эшләй.
2023 йылдың йәйендә Рәдиф Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы менән контракт төҙөй һәм махсус хәрби операцияға юллана. Ата-әсәһе уны бармаҫҡа өгөтләһә лә, егет үҙ ҡарарында ныҡлы тора. Рәдиф Бөйөк Ватан һуғышында Тыуған илде һаҡлаған олатаһынан өлгө алыуын әйтә. Олатаһы һуғыштан аяҡһыҙ ҡайта, күрһәткән батырлыҡтары өсөн наградалар менән бүләкләнә, улар иҫәбендә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены ла була.
Рәдиф һәр саҡ ҡуйған маҡсатына ҡыйыу бара, тырыш һәм хеҙмәт һөйөүсән. Ул техниканы яҡшы белә һәм МХО-ла элемтәсе булып хеҙмәт итә. Баштараҡ уға ауыр булһа ла, аҙаҡ өйрәнә. Һуғыш тураһында бер нәмә лә һөйләмәй, ауылдаштары, мәктәп уҡыусылары алдында ла сығыш яһамай.
Ҡыйыу райондашыбыҙҙың батырлығы менән ғорурланабыҙ, уның иҫән-имен Еңеү менән ҡайтыуын теләйбеҙ!
Лилиә Бәҙретдинова.
Ҡариҙел районы.