Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

“Һәр ғаиләгә ярҙам итергә тырышабыҙ”

ти Яубүләк ауыл биләмәһе башлығы МХО-ла ҡатнашыусы яугирҙар ғаиләләренә ярҙам тураһында

“Һәр ғаиләгә ярҙам итергә тырышабыҙ”
“Һәр ғаиләгә ярҙам итергә тырышабыҙ”

«Сәйәси мәғлүмәт үҙәге» Мәскәүҙә «Рәсәй Федерацияһы субъекттарының Махсус хәрби операцияға булышлығы» тип аталған доклад менән таныштырҙы. Был – илебеҙ төбәктәренең махсус хәрби операцияға ярҙам итеүгә бәйле эшмәкәрлеген баһалау йәһәтенән тәүге күләмле тикшереүҙәр һөҙөмтәһе. Башҡортостан әлеге рейтингта өсөнсө урынды яуланы. Быға сараларҙың комплекслы һәм системалы булыуы арҡаһында өлгәшелде, тип билдәләй эксперттар. Радий Хәбиров етәкселегендәге идара итеү командаһы эште һөҙөмтәле ойоштора алды. Асылда, республикабыҙ тәжрибәһен башҡаларға өлгө итеп ҡуялар. Ә нимәһе менән тәьҫирле булды беҙҙең эшмәкәрлек? Башҡортостан МХО-ға ярҙам итеү өлгөһөнә әйләнде.

Асҡын районында ла махсус хәрби операцияға һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә. Яугирҙарҙың үҙҙәренә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙамды ғына алһаң да.

Бында, тылда, МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн 40-тан ашыу ярҙам сараһы булдырылған, улар иҫәбендә – шифаханаларҙа бушлай дауаланыу, балаларға белем биреү, ҡайһы бер һалымдарҙан азат итеү, көнкүреш проблемаларын хәл итеүҙә ярҙам һәм башҡалар. Бер генә хәрбиҙең дә ғаиләһе иғтибарһыҙ ҡалмаған.

Радий Хәбиров был процесты үҙе контролдә тота, ул бер нисә тапҡыр махсус хәрби операция биләмәһенә барҙы, алғы һыҙыҡта булды, яугирҙәрҙең шатлыҡ-хәсрәттәре тураһында белеү өсөн улар менән даими аралаша.

Яубүләк ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәтендә лә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә һәм ата-әсәләренә ярҙам дауам итә.

Ошо көндәрҙә МХО-ла ҡатнашыусы яугирҙың Упҡанкүл ауылында йәшәүсе әсәһе ауыл биләмәһе башлығына ҡышлатыу осоро бөткәнсегә тиклем бесән менән тәьмин итеүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Был үтенескә шунда уҡ "Ғүмәров"  крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Зәбир Ғарифйән улы Ғүмәров  ыңғай яуап бирә һәм яугир әсәһенә бер нисә төк  бесән  килтереп бирә.

“Ошо ҙур ярҙам өсөн ауыл биләмәһе башлығына һәм Зәбир Ғарифйән улына ҙур рәхмәтлемен. Хәҙер малды көтөүгә сығарғансы бесәнем етә. Улым контракт буйынса хеҙмәт итә, махсу хәрби операция башынан уҡ киткәйне. Иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуын теләйем”, — ти Рәмзүнә апай Миңлеғәлиева.

Фекер...

Флүр Фәнүз улы Әминев, Яубүләк ауыл биләмәһе башлығы:

  • Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙар ғаиләләренә ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышабыҙ. Ҙурыраҡ мәсьәләләр буйынса район хакимиәтенә мөрәжәғәт итәбеҙ. Әлеге ваҡытта Яубүләк ауыл биләмәһенән һәм сығышы менән беҙҙән булып башҡа төбәктәрҙән МХО-ға ебәрелгән яугирҙар һаны — 8, яраланыу сәбәпле дүртеһе өйҙәренә ҡайтарылды. Ярҙамға килгәндә, бына ошо көндәрҙә контракт буйынса хеҙмәт иткән яҡташыбыҙҙың әсәһенә бесән менән булыштыҡ. Ҡыш көнө мәктәп уҡыусылары яңғыҙ йәшәгән әсәләргә шефлыҡ ярҙамы күрһәтеп, ҡар көрәшә, утын кертә, төрлө эштәрендә булыша. Ауыл хакимиәтенән инде, өй алдарын ҡарҙан таҙартабыҙ. Ҡушкүл ауылында йәшәгән яугирҙың өй алдына күптән түгел яҡтыртҡыс ҡуйҙыҡ. Мәктәп, мәсет, мәҙәниәт йорто, ағинәйҙәр менән берлектә башҡарыла был эштәр. Гуманитар ярҙам йыйыу ҙа даими алып барыла, маскировка селтәрҙәре үрелә.

Илһөйәр Махатова.

 

“Һәр ғаиләгә ярҙам итергә тырышабыҙ”
“Һәр ғаиләгә ярҙам итергә тырышабыҙ”
Автор: Ильсияр Махатова
Читайте нас: