Яугирҙарҙың ата-әсәләре, ҡатындары, туғандары, МХО-ла ҡатнашыусылар, хәрби хәрәкәттәр ветерандары Артем Алкечев, Сергей Масаев, Дмитрий Михайлов, Виктор Минлин сараның ҡәҙерле ҡунаҡтары булды.
Стендты асыуҙа район хакимиәте башлығы Павел Трапезников, уның беренсе урынбаҫары Лариса Александрова, Ирсай ауыл биләмәһе башлығы Александр Ибәтуллин, мәктәп директоры Анатолий Нәжмиев һәм башҡалар ҡатнашты.
— Илебеҙ именлеген һаҡлап “ҡыҙыу” нөктәләрҙә һуғышҡан яугирҙарыбыҙ онотолорға тейеш түгел. Улар йәш быуын өсөн өлгө булып тора, — тине үҙ сығышында район ветерандар советы рәйесе урынбаҫары Алевтина Андриянова.
МХО-ла һәләк булған яугир әсәһе Ирина Петрованың сығышы күңелдәргә үтеп инде: “Улдарыбыҙҙы онотмайһығыҙ, рәхмәт һеҙгә. Был йәшәүгә көс, күңелгә йылылыҡ өҫтәй”, — тине ул.
“МХО геройҙары” стендында һәләк булған Илья Бикмырҙин, Александр Тимофеев, Константин Петров, Сергей Йәнбатыров, Геннадий Ибаев, Эдуард Михайлов, Максим Ишбулатов, Алексей Николаев, Леонид Ибаев исемдәре яҙылғайны.
Виктория Ишмырҙина.
Мишкә районы.