Бөрө – уникаль ҡала. Берсә ул фән, сәнғәт кешеләре менән һоҡландыра, берсә үҙ һөнәре оҫталары менән таң ҡалдыра. Тимерсе Вячеслав Александрович Сабиров ҡалала һәм районда үҙ һөнәре оҫтаһы булараҡ дан алған. Уның алтын ҡулы менән тимер юғары сәнғәт өлгөһөнә әүерелә.
Вячеслав Александрович Мишкә районы Оло Сухояз ауылында тыуып үҫә. Бәләкәйҙән тимер эше менән булырға яратҡанлыҡтан, мәктәпте тамамлағас, иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә. Тимер сүкеүҙе ябай сүкеш менән башлай. Бөтә булмышын тап ошо һөнәр биләгәнлеген аңлағас, республика күргәҙмәләренә йөрөй башлай, юғары оҫталыҡ менән башҡарылған эштәрҙе, төрлө станоктарҙың ҡоролошон өйрәнә. Тәүге немец станогын да Өфө күргәҙмәһендә һатып ала.
Бөгөн шәхси эшҡыуарҙың ҡалала өс цехы бар. Уларҙа тимерҙән тыш титан, алюминий, баҡыр һәм башҡа металдарҙан төрлө тормош-көнкүреш әйберҙәре эшләнә. Зауыҡлы һәм сифатлы матур ҡапҡалар, эскәмйәләр, бәүелсәктәр, теплицалар, баҫмалар, ял итеү урындары, газ генераторҙары һәм төрлө мейестәр һатып алыусыларҙың талаптарына тулыһынса яуап бирә. Шәхси эшҡыуарҙың үҙ ҡулдары менән тыуҙырылған ижад емештәре араһында мунса мейестәре айырыуса үтемле. Башҡаларҙы ҡабатламаған үҙенсәлекле мейестәргә Ҡаҙағстандан, Төмәндән, Мәскәүҙән, Магнитогорскийҙан, Екатеринбургтан заказ бирәләр. Оҫтаның фантазияһы менән әкиәттәге өс башлы аждаһаға оҡшаған мейес Өфөгә юлланған. Һәр “баш”тың үҙ характеры: уҫал, һөмһөҙ һәм шаян. Мейес яғылһа, ауыҙҙарынан төтөн сыға, гүйә, өс башлы аждаһа тын ала...
Ғөмүмән, Вячеслав Сабиров тураһында күп һөйләргә була. Ҡорос тимер ҡоростай ныҡлы характер ҙа тәрбиәләйҙер ул. Тыуған иле өсөн башҡарған эше бихисап уның. Ауыл Советы, хәҙер Бөрө ҡала Советы депутаты МХО яугирҙарының ғаиләләре менән тығыҙ бәйләнештә. Уларҙың тормошон аҙ ғына яҡшыртыу, күңелдәрендә ышаныс тыуҙырыу өсөн ҡулынан килгәндең барыһын да эшләргә тырыша.
Мишкә районының "Диңгеҙселәр туғанлығы" ойошмаһы етәксеһе булараҡ, уның тырышлығы менән бөтә быуын диңгеҙселәренә арналған мемориаль комплекс тыуҙырылған. Шәхси эшҡыуар тыуған ауылындағы элекке колхоздан ҡалған ташландыҡ стадионды тәртипкә килтереп, ял итеү урыны эшләгән. Бөгөн унда ҡышын — республика саңғы ярыштары, ә йәйен мари һабантуйҙары үтә. Геройҙар аллеяһы ла киләсәк быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙең матур сығанағы булып тора. Мәңгелек ут өсөн йондоҙсоҡто ул үҙ ҡулдары менән сүкегән. Былар барыһы ла Ватанын яратҡан, рухи яҡтан көслө киләсәк быуын тәрбиәләү маҡсаты менән башҡарылған. Шуға күрә патриотик сараларҙа уҡыусылар менән осрашыуға ла ваҡытын йәлләмәй.
Мари халҡы буйынса республиканың дини комиссияһы рәйесе, Бөрө районы һәм ҡалаһы мәҙәни автономияһы рәйесе урынбаҫары вазифаларын да еренә еткереп үтәй Вячеслав Сабиров. Туған мари халҡының милли-мәҙәни традицияларын тергеҙеү һәм һаҡлау уның булмышына хас. Төрлө мәҙәни сараларҙың бағыусыһы ла ул. «Эшләгәндәрем миңә көс-дәрт бирә. Матди байлыҡ бер ваҡытта ла ҡыҙыҡһындырманы. Емерелгәнде тергеҙеү, мәҙәниәтте һаҡлау, эшеңдең кешеләргә файҙаһы тейеүен күреү – ҙур бәхет», – ти ул.
Шул уҡ ваҡытта башҡа халыҡтарға ла ихтирам, иғтибар күрһәтергә онотмай. Галкин тауындағы монастырҙың ишек-ҡапҡалары, Бөрө мәсете манараһы, ҡаланың «Аврора» кинотеатры, «Умникум» ижади белем биреү комплексындағы төҙөү-биҙәү әйберҙәре Вячеслав Александровичтың ҡул һәм йөрәк йылыһы ҡушып эшләнгән. Уның яратып башҡарған тағы бер эше – «Берендей» дендрология паркындағы баҫма. Унда беркетелгән пар аҡҡош – мөхәббәт һәм тоғролоҡ символы. Шуға күрә ҡалала яңы тормош ҡорған йәштәр баҫма аша үтеүҙе традицияға индергән. Кем бәхеттәренең мәңге булыуын теләмәһен инде! Ғөмүмән, «Башинформ»дың «Ярҙам – изге эштәр ваҡыты» проекты еңеүсеһенең эшмәкәрлеге республиканың күп милләтле халҡы мәнфәғәтенә йүнәлтелгән. Ә халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты нығытыуҙа күрһәткән хеҙмәте республика Башлығы Радий Хабиров тарафынан Халыҡтар дуҫлығы ордены менән баһаланған.
Үҙенде заман талаптарына яуап бирерлек шәхес итеп тойоу өсөн юғары белем дә кәрәк. Шуға күрә Вячеслав Сабиров Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы инженер-технология факультетында белем алырға өлгөрә, ә улы Александр, киреһенсә, Өфө авиация институтын тамамлағандан һуң иретеп йәбештереү серҙәрен үҙләштергән. Атаһынан күргән уҡ юнған тигәндәй, ошо йүнәлештә төбәк олимпиадаһында еңеү яулап, Тула ҡалаһында республика данын яҡлаған.
Сабировтар яңы проекттар, яңы идеялар менән янып йәшәй. Шәхси эшҡыуарҙың алтын ҡулдары менән етештерелгән сәнғәт емештәре ҡала халҡын оҙаҡ ҡыуандырһын!
Ғәлиә Ғәниева.
Бөрө районы.