— Һалдаттарға унда түләнгән аҡсаларҙы ирем өйҙә лә эшләй алыр ине, сөнки үҙебеҙҙең ҙур булмаған фермерлыҡ хужалығы бар, — тип һөйләй яугирҙың тормош иптәше. — Ул Тыуған илгә ярҙам итергә, Ватан өсөн көрәшкән яҡташтарына булышырға китте. “Барам! Мин унда булырға тейеш!” — тине ул һәр ваҡыт. Ә мин уны тынысландырып, туҡтатып килдем, бер йылдан барыбер контракт төҙөнө. Беҙ уның ҡарарына ҡаршы төшә алманыҡ.
“Рәхим” ай ярым әҙерлек үткәндән һуң “Башҡортостан” полкының Сухоруков исемендәге батальоны составында махсус хәрби операцияға юллана. Ул Луганск Халыҡ Республикаһында Краснолиманск йүнәлешендә хеҙмәт итә.
— Тормош иптәшем үҙенең хәрби хеҙмәте тураһында бер нимә лә һөйләмәй. Бөтәһе лә яҡшы, тиҙҙән Еңеү менән ҡайтабыҙ, ти. Ауыр участкала булғанға, гуманитар конвойҙарҙы унда үткәрмәйҙәр. Шуға посылкаларҙы уға ялға ҡайтҡан яуҙаштары артынан ебәрәбеҙ. Яҡташтар ҙа күстәнәстәр ебәрә. Хөкүмәт тарафынан ярҙам саралары менән ҡулланабыҙ: кесе улыбыҙ мәктәптә бушҡа туҡлана.
Утын өсөн делянка бирҙеләр. Районда һәм республикала Ватанды һаҡлаусылар ғаиләләренә иғтибар күрһәтелеүе ҡыуаныслы, — тип уй-кисерештәре менән уртаҡлаша ҡатын.
“Рәхим” тормош иптәше менән бала саҡтан таныш, күрше ауылда үҫкәндәр. 2001 йылда йәштәр өйләнешкән, тәүге балаларына 23 йәш хәҙер. Ғаилә ныҡлап шәхси хужалыҡ менән шөғөлләнә, мөгөҙлө эре мал ҡарай. Ире махсус хәрби операцияла булғанда бар йорт һәм фермерлыҡ хужалығы эше ҡатын иңдәренә төшә.
— Эш мине ауыр уйҙарҙан һәм көйөнөүҙәрҙән аралай, — ти ул. — Балалар ҙа яҡшы булыша. Ҡыҙым һәм улдарым аталары менән ғорурлана. Беҙҙең өсөн иң мөһиме — уның иҫән-имен ҡайтыуы. Ярай әле йыш ҡына бәйләнешкә сыға, беҙ көймәһен өсөн барын да эшләй.
Батырлығы һәм хәрби уңыштары өсөн “Рәхим” Жуков, “Хәрби батырлыҡтары өсөн”, “Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡанға”, Генерал Шайморатов миҙалдары менән бүләкләнгән, шулай уҡ Суворов миҙалына ла тәҡдим ителгән.
Лилиә Бәҙретдинова.
Ҡариҙел районы.