Солтанай ауыл мәҙәниәт йортонда ауылдың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары сираттағы тапҡыр маскировка селтәрҙәре үрергә йыйылды. Яугирҙар һораған әйберҙәр араһында маскировка селтәрҙәре төп урынды алып тора, сөнки улар хәрбиҙәрҙе, ҡоралдарҙы, хәрби техниканы дошман күҙенән һаҡлау өсөн үтә лә кәрәк әйбер. Улар тура мәғәнәһендә яугирҙарҙың ғүмерен һаҡларға булышлыҡ итә. Солтанайҙар быны аңлап, әленән-әле районда барған ошо изге эшкә әүҙем ҡушыла.
- Ауыл ҙур түгел, шуға дөйөм эштәргә халыҡты күпләп йыйып булмай. Шулай булһа ла, изге күңелле ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған төркөмөбөҙ менән МХО-ға 10-лап маскировка селтәре үреп ебәрҙек. Бына быныһын интернет селтәренән ҡарап икенсе төрлө ысул менән үрҙек. Материалды ауылдаштарҙан аҡса йыйып, заказ менән алдыҡ. Әле аҙраҡ ҡалды ла, шуға өҫтәп тағы алып, артабан да үрергә уйлайбыҙ. Барыбыҙҙың да теләге бер – яуҙа йөрөгәндәр еңеү яулап, барыһы ла имен-һау булып, тиҙерәк үҙ ғаиләләренә, өйҙәренә әйләнеп ҡайтһын ине, — ти ауылдың әүҙем йәмәғәтсеһе Рәйсә Сәләхетдинова.
Илһөйәр Махатова.
Лилиә Сәмиғуллина фотолары.