Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
7 Февраль , 16:54

Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Намыҫлы тырыш хеҙмәте һәм Ватанды һаҡлау эшенә индергән өлөшө өсөн элекке хеҙмәттәшебеҙ, әлеге ваҡытта район хакимиәте водителе булып эшләүсе Булат Зыязетдин улы Нартдинов Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде

Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Бөгөн район Мәҙәниәт йортонда Асҡын муниципаль районы 6-сы саҡырылыш Советының 8-се ултырышы үтте. Унда район хакимиәте эшмәкәрлегенә, социаль-иҡтисади үҫешкә йомғаҡ яһалғандан һуң тәбрикләү тантанаһы ла үтте.
Шуныһы ҡыуаныслы, бүләкләнеүселәр араһында хеҙмәттәшебеҙ Зимфира Тәберис ҡыҙы Нартдинованың тормош иптәше — элекке хеҙмәттәшебеҙ, әлеге ваҡытта район хакимиәтендә водитель булып эшләүсе Булат Зыязетдин улы ла бар ине. Булат намыҫлы тырыш хеҙмәте һәм Ватанды һаҡлау эшенә индергән өлөшө өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Награданы БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, "Танып" шифаханаһы директоры Кашшаф Ямалетдинов тапшырҙы.


Булат Зыязетдин улы район хакимиәтендә алтынсы йыл эшләй. Ошо ваҡытта ул үҙен яуаплы, тырыш, оҫта водитель итеп күрһәтте. Төп вазифаһынан тыш ул махсус хәрби операцияға гуманитар ярҙам әҙерләү, уны илтеп тапшырыу эшенә ҙур өлөш индерә. Әйткәндәй, Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына ул һигеҙ тапҡыр барып, яугирҙарыбыҙға посылкалар таратырға булышты, өй йылыһын тапшырҙы.


Булат Зыязетдин улы Зимфира Тәберис ҡыҙы менән йыр-бейеүгә һәләтле, рухлы, тырыш ул һәм ҡыҙ тәрбиәләй. Алмаз Асҡын 1-се мәктәбенең 2-се класында уҡый, ә Динә “Күк сәскә” балалар баҡсаһының әҙерлек төркөмөнә йөрөй.
Нартдиновтар ғаиләһенә киләсәктә лә именлек, балалар шатлығы һәм ҙур уңыштар теләйбеҙ!


Илһөйәр Махатова.

Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: