2025 йыл Башҡортостан Республикаһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы тип иғлан ителде.
Республика Башлығы Указы нигеҙендә Башҡортостанда төрлө өлкәләргә ҡағыла торған 40-тан ашыу ярҙам саралары ҡаралған. Былар — шифаханаларға түләүһеҙ юлламалар, шәхси йорттарға газ үткәреү өсөн сертификаттар, бушлай ер участкалары биреү... Аңлашыла, иң күп ярҙам балалары булған ғаиләләргә күрһәтелә. Бөгөнгә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ете меңдән ашыу балаһы бушлай балалар баҡсаларына йөрөй, 10 мең 500-ҙән ашыу уҡыусы һәм колледж студенттары бушлай ҡайнар туҡланыу менән тәьмин ителгән, биш мең биш йөҙҙән ашыу бала ҡала ситендәге лагерҙарҙа ял иткән, алты меңдән ашыу бала дөйөм белем биреү учреждениеларында түңәрәктәргә бушлай йөрөй. 562 бала республика колледждарында уҡыуға һәм уҡыу хаҡына компенсацияға сертификат алды.
Радий Хәбиров йөкләмәләрен үтәү сиктәрендә “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексында 2025 йылға спорт сараларын уҙҙырыу планы раҫланды, МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына күрһәтеләсәк социаль ярҙам саралары билдәләнде.
Ошо көндәрҙә махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итеүсе яҡташыбыҙ мөрәжәғәте буйынса уға һәм уның ғаилә ағзаларына “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексы директоры Фәрит Ғәлимов бассейнға йөрөү өсөн сертификаттар тапшырҙы (һүрәттә).
Шулай уҡ бирелә, МХО-ла ҡатнашыусы райондашыбыҙҙың тормош иптәше мөрәжәғәте буйынса, уларҙың балалары өсөн түләүһеҙ спорт секцияларын һайлап алыуҙа консультация ярҙамы күрһәтелде.
Фирғәт Нәбиуллин.
Балтас районы.