Сара сиктәрендә бүләкләү тантанаһы үтте. Был көндө райондың иң хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙарына, хеҙмәт алдынғыларына, ғаилә усағын һаҡлаусыларға һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәренә хөрмәт күрһәтелде.
Район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев сәхнәгә күтәрелеп, барлыҡ гүзәл заттарҙы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ихлас ҡотланы. Уларҙың йәмғиәттәге ролен, ғаилә усағын һаҡлауҙағы, балалар тәрбиәләүҙәге һәм райондың социаль-иҡтисади үҫешенә индергән өлөшөн билдәләп үтте. Шулай уҡ иң изге теләктәрен еткереп, ғаилә юбилярҙарына Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров исеменән иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Оҙаҡ йылдар бергә ғүмер иткән, ғаилә ҡиммәттәрен ҡәҙерләп һаҡлаған парҙарға бүләкләү тантанаһында айырыуса хөрмәт күрһәтелде.
Шулай уҡ Яланғас ауыл биләмәһенең эштәр менән идара итеүсеһе Лема Мөхсиноваға Башҡортостан Республикаһы урындағы үҙидара органдарында күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесенең Рәхмәт хаты тапшырылды. Лема Мөхсинова — үҙ эшенә яуаплы ҡараған, район тормошонда әүҙем ҡатнашҡан һәм ауылдаштары араһында ҙур абруй ҡаҙанған шәхес.
Гөлсибәр Әхмәтғәлиева “Шаммас уҡыуҙары” төбәк-ара форумының “Күңел моңом булыр ерем моңо” конкурсының 1-се дәрәжә дипломы менән бүләкләнде (һүрәттә). Ул — талантлы йырсы, район мәҙәниәт тормошонда әүҙем ҡатнашыусы һәм халыҡ йырҙарын һаҡлаусы. Уның моңло тауышы тамашасыларҙы һоҡландыра һәм рухи байлыҡ өләшә.
Байрам концертында райондың иң һәләтле һәүәҫкәр артистары сығыш яһаны. Улар ҡатын-ҡыҙҙарға бағышланған йырҙар башҡарҙы, дәртле бейеүҙәр күрһәтте һәм шиғырҙар уҡыны. Концерт программаһы бай йөкмәткеле булды.
Концерт ахырында тамашасылар артистарға көслө алҡыштар бүләк итте. Яҙҙың тәүге байрамы районда ҙурлап билдәләнде. Был көн ҡатын-ҡыҙҙарға хөрмәт күрһәтеү, уларға рәхмәт әйтеү һәм байрам кәйефе бүләк итеү өсөн яҡшы мөмкинлек булды.
Фирғәт Нәбиуллин.