Августың һуңғы көндәрендә республикабыҙҙың баш ҡалаһы үҙенең 450 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Был ҙур һәм матур сараға әҙерлек бер нисә йыл элек башланды һәм Башҡортостан етәкселеге халыҡҡа бик кәрәкле һәм матур объекттар бүләк итергә вәғәҙә бирҙе. Һәм бына байрамға тиклем ике аҙна самаһы ваҡыт ҡалғанда төҙөлгән ҙур объекттарҙың әҙерлек кимәле тикшерелде. Бының өсөн республика киң мәғлүмәт саралары журналистары был урындар буйлап сәфәргә юлланды.
Тәүге объект – Ағиҙел яры буйында төҙөлгән колоннада ине. Ул Башҡортостан һәм Абхазия халыҡтарының дуҫлығын символлаштыра. Объектты 31 авгусҡа – тап юбилейҙы билдәләгән көндә асырға ниәтләйҙәр. Был хаҡта матбуғат туры барышында подряд ойошмаһы вәкиле Рөстәм Әхмәтов һөйләне.
“Әле беҙ колоннаданың уң яғын – монолит тимер-бетон стеналарҙы һәм балкаларҙы бетонлауҙы башҡарабыҙ. Артабан уның һул яғына күсәбеҙ һәм биҙәй башлайбыҙ. Дөйөм алғанда, төҙөлөшкә беҙҙә көн һайын 20-30 белгес йәлеп ителә. Туҡтамай яуған ямғырҙар бер аҙ ҡамасау булһа ла, эштәр графикка ярашлы бара. Ошо көндәрҙә төнгө сменала ла эшләүгә күсәбеҙ. Бөгөн колоннаданың әҙерлеге 75 процент тәшкил итә”, – тине ул.
Билдәле булыуынса, Башҡортостанда төҙөлгән объект Сухум ҡалаһындағы Махаджиров Яр буйында торған колоннада күсермәһе булып тора.
“Уларҙың икеһе лә бер-береһенә оҡшаш. Бер генә айырма бар: Абхазияла колоннаданың өҫкө өлөшө – бетондан, ә беҙҙеке тәбиғи таш менән йөҙләнгән бетондан буласаҡ”, – тине Рөстәм Әхмәтов.
Проекттың баш архитекторы Лариса Прокофьева һүҙҙәренсә, был колоннада - донъяла икенсе.
“Уның урыны бик уңышлы, сөнки колоннада Дуҫлыҡ монументы ҡаршыһында һәм яр буйының үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Беҙ махсус нығытыусы фундаменттар әҙерләнек, геологик эҙләнеүҙәр яһаныҡ, конструктив йөкләмәләрҙе иҫәпләп сығарҙыҡ”, – тине ул.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылдың 11 октябрендә, Республика көнөндә, Дуҫлыҡ монументы янындағы Ағиҙел йылғаһы буйында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Абхазия Президенты Аслан Бжания буласаҡ колоннадаға нигеҙ ташы һалыуҙа ҡатнашты. Объект ҙур символик мәғәнәгә эйә. Колоннада беҙҙең мәңгелек дуҫлыҡ билдәһе буласаҡ. Үткән быуаттың 20-се йылдарында, Волга буйында аслыҡ булғанда, Абхазия беҙгә аҙыҡ-түлек менән ярҙам иткән, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яугирҙәребеҙҙең күбеһе Абхазия дауаханаларында һәм госпиталдәрендә дауаланған, ә 1990 йылдарҙа беҙ, башҡорттар, абхаздарға гуманитар ярҙам күрһәттек. Абхазия үҙенең бойондороҡһоҙлоғо өсөн һуғышҡан ваҡытта башҡорт табиптары яраланған яугирҙәргә операция яһаған. Башҡортостан һәм Абхазия табиптар делегациялары менән алмаша, ғилми-ғәмәли конференциялар уҙғара. 1994 йылда Башҡортостан менән Абхазия дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөгән. Һәм колланада ошо килешеүҙең 30 йыллығы тулғанда асыласаҡ. Бөгөн Башҡортостан менән Абхазия бәләкәй һәм урта бизнес, сауҙа, ауыл хужалығы, медицина, туризм өлкәләрендә үҙ-ара эш итә.
Артабан журналистарҙы йөрөткән автобус Өфө өсөн өр-яңы объект – ишеү слаломы ҡоролмаһы комплексына юлланды. Ул шулай уҡ Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейы уңайынан төҙөлөлә һәм объект “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проектына ингән. Ул Инорс биҫтәһендә, Йылы күлендә урынлашҡан. Бында гидротехника ярҙамында гөрләп торған һыулы тау йылғаһы эффекты булдырыласаҡ.
Бында беҙ комплексты ҡарап ҡына ҡалманыҡ, ә уны техник асыу сараһында ла ҡатнаштыҡ. Республиканың спорт министры Руслан Хәбибов махсус төймәгә баҫып, шлюздарҙы асты һәм ҡорамал эшләй башланы.
Рәсәй Ишеү слаломы федерацияһының техник директоры Игорь Брадис әлеге комплексты Рәсәйҙә ошондай кимәлдәге икенсе объект буласағын хәбәр итте.
– Башҡортостан – ишкәкле слаломды үҫтереү буйынса алдынғы төбәктәрҙең береһе, тренерҙарығыҙ Башҡортостандың Спорт министрлығы булышлығында Токиолағы Олимпия уйындарында ҡатнашыусы Алһыу Миназованы әҙерләне. Спортсыларҙың кимәле йылдан-йыл үҫә. Был Рәсәйҙә буласаҡ олимпия чемпиондарын әҙерләргә мөмкинлек бирәсәк икенсе ошондай яһалма канал. Уның оҙонлоғо 250 метр тәшкил итә, ауышлығы 1 процент, һыу сығымы – секундына 10 кубометрға тиклем. Үҙәктә һыуҙың тиҙлеге секундына өс метрға етә, – тине ул.
Республиканың спорт министры Руслан Хәбибов мәғлүмәттәре буйынса, бында йыл әйләнәһенә бөтә илдән ишкәкселәр өсөн күнекмәләр үткәреләсәк.
– Әлеге ваҡытта канал һәм ҡоролмалар комплексы әҙер тиерлек, беҙгә төҙөкләндереү эштәрен башҡарырға ғына ҡалды. Һыуҙың температураһы 20 градустан түбән төшмәүе мөһим, тимәк, бында көслө һыуыҡтарға тиклем күнекмәләр үткәрергә мөмкин буласаҡ. Спортсылар өсөн шарттар бик яҡшы, сөнки улар башлыса тау йылғаларында шөғөлләнә. Һис шикһеҙ, әгәр беҙҙе Рәсәйҙең Спорт министрлығы һәм Башҡортостан Башлығы хупламаһа, объект булмаҫ ине. “Рәсәй – спорт державаһы” форумы барышында комплексты ил етәкселеге менән рәсми рәүештә асабыҙ һәм халыҡ-ара кимәлдәге ҡатнашыусылар менән тәүге ярыштар уҙғарырға ниәтләйбеҙ, – тине министр.
Сираттағы объект әллә ҡайҙан үҙенең мөһабәтлеге һәм матурлығы менән арбап тора. “Көрәш һарайы”, ысынлап та, эстән дә, тыштан да зиннәтле һарайҙы хәтерләтә. Әлеге ваҡытта бында төҙөүселәр эске биҙәү эштәрен башҡара. Беҙҙе бында объекттың директоры вазифаһын башҡарыусы Эдуард Әбдрәҙилов ҡаршы алды һәм эштәр барышы менән таныштырҙы, унда нимәләр урынлашасағы тураһында һөйләне. Баҡһаң, бында спорт ярыштарынан тыш иң юғары кимәлдәге концерттар ҙа ойоштороласаҡ икән.
“Бында һатып алынған тауыш, яҡтылыҡ һәм мультимедиа системалары Рәсәйҙең алдынғы артистарының райдерҙары буйынса эшләнгән. Трибуналарҙа ултырыу урындарының дөйөм һаны – 3,5 меңгә тиклем, ләкин концерттар ваҡытында 5 мең тамашасыны һыйҙыра алабыҙ”, – тине ул.
Ярыштарҙы ойоштороу өсөн бында дүрт келәмлек ҙур майҙан планлаштырылған, ә ике түңәрәк стенала ҙур яҡтылыҡ-диодлы экрандар ҡуйыласаҡ.
“Логистика бик уңайлы төҙөлә – тамашасылар өсөнсө кимәлдә урынлаша, икенселә – вип-трибундар һәм мөмкинлектәре сикле кешеләр өсөн урындар ҡаралған. Шулай уҡ журналистар, тәржемәселәр, операторҙар һәм комментаторҙар өсөн махсус зоналар ҡаралған. Ә минус беренсе ҡат спортсыларға инеү өсөн тәғәйенләнгән, ул кейем алмаштырыу һәм душ бүлмәләре менән берләштерелгән”, – тип өҫтәне Эдуард Әбдрәҙилов.
Шулай уҡ объектта беҙҙе спорт министры Руслан Хәбибов һәм республика Башлығының беренсе тренеры Александр Григорьев ҡаршы алды. Тренер объекттың мөһимлеген билдәләне һәм уның бик матур килеп сығыуы менән һоҡланды.
Руслан Хәбибов билдәләүенсә, Көрәш һарайында федераль һәм халыҡ-ара ярыштар, шулай уҡ бөтә илдән спортсылар өсөн уҡыу-күнекмә йыйылыштары ойоштороласаҡ.
“Ярыштар 18 келәмдә 8 дисциплина төрө, шул иҫәптән самбо, дзюдо, көрәш буйынса уҙғарыла. Шулай уҡ бында ике бассейн, фитнес-үҙәк һәм матурлыҡ салоны урынлашасаҡ. Был ысын социомәҙәни үҙәк буласаҡ. Башҡортостандың йыйылма командаһы бында даими рәүештә ярыштар һәм турнирҙар өсөн буласаҡ”, – тине ул.
Көрәш һарайы 31 августа асыласаҡ юбилей объекттарының береһе. Көҙөн уның базаһында “Рәсәй – спорт державаһы” ХII халыҡ-ара форумы һәм Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Физик культураны һәм спортты үҫтереү буйынса совет үтәсәк.
2019 йылдың авгусында Радий Хәбиров объектты төҙөүгә старт бирҙе һәм бина нигеҙенә киләсәк быуындарға мөрәжәғәт итеп, ваҡыт капсулаһын һалды. Көрәш һарайында республикала “Өфө-Арена”нан һуң һыйҙырышлылығы буйынса икенсе зал буласаҡ.
Маршруттағы һуңғы объект Өфөнөң Затон биҫтәһендә төҙөлгән Фехтование үҙәге ине. Уны төҙөү тураһында ҡарарҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2021 йылдың авгусында Токиола XXXII йәйге Олимпия уйындары еңеүселәре һәм призерҙары – рапирасылар Аделина Заһиҙуллина һәм Тимур Сафин менән осрашыуҙан һуң ҡабул итте. Яңы объект Рима Баталова исемендәге республика Спорт әҙерлеге үҙәге эргәһендә урынлашҡан.
2022 йылдың декабрендә төҙөлөштө башлау тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, фехтование буйынса олимпия чемпиондары Софья Великая, Софья Позднякова һәм Тимур Сафин ҡатнаша. Улар объект төҙөлә башлау хөрмәтенә ҡуйылған символик ташҡа рапира һалды.
Фехтование үҙәге – Өфөнөң юбилейына һәм “Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара форумына файҙаланыуға тапшырыу күҙалланған өс ҙур спорт объектының береһе. Эштәр Республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә һәм Рәсәй Фехтование федерацияһы президенты, ике тапҡыр Олимпия чемпионы Илһар Мамедовтың туранан-тура булышлығы менән алып барыла. Был Рәсәйҙә аналогтары булмаған үҙенсәлекле объект. Уға бөйөк тренер Рәмил Әйүповтың исеме биреләсәк.
Күнекмәләрҙән тыш, Үҙәктә республика, бөтә Рәсәй һәм төбәк-ара кимәлдәге ярыштар үтәсәк. Ул бер юлы 400-450 кешене, шул иҫәптән 350 тамашасыны ҡабул итә ала. Яҡынса проектҡа ярашлы, ул ике универсаль һәм ике махсуслаштырылған залды, кейенеү бүлмәләрен, тергеҙеү үҙәген үҙ эсенә ала. Эргә-тирәләге биләмәлә күп функциялы спорт майҙансығы ҡуйыла, йүгереү юлдары ла ҡаралған. Бынан тыш, үҙәктә Башҡортостанда фехтованиены үҫтереү тарихына арналған музей асыла.
Әле объектта төҙөлөш эштәре бара, ә журналистар үҙәктең күршеһендә генә урынлашҡан Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә булды. Бында йөкмәткеле экскурсия үткәрелде. Ҡунаҡтар Олимпия уйындары чемпионы Тимур Сафин һәм уның тренеры Лира Грушина менән осрашты. Улар спорттың был төрө буйынса ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бирҙе, яңы Фехтование үҙәгенә бағлаған өмөттәре тураһында һөйләне. Шулай уҡ теләгәндәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙеләр.
Һүҙҙе йомғаҡлап шуны әйтке килә – Башҡортостан үҙенең баш ҡалаһының юбилейына ныҡлы әҙерләнә һәм уны матур итеп үткәрәсәк. Ә иң мөһиме беҙҙең өсөн иҫ китмәле матур, шул тиклем кәрәкле, республикабыҙҙы бар донъяға танытырлыҡ объекттар тороп ҡаласаҡ. Уларҙың күптәре төҙөлөп бөтөп тапшырылды ла, бер өлөшө тапшырылыу өҫтөндә.
Фото: Башинформ.