Ер эштәре һәм япмалар һалыу тамамланған, тышҡы яҡтыртҡыстар һәм видеокүҙәтеү системаһы ҡуйылған, балалар майҙансығы урынлаштырылған, бәләкәй архитектура формалары ҡуйылған, йәшелләндереү эштәре башҡарылған. Бордюрҙар ҡуйыу, тротуар плиталары һалыу, нигеҙҙе асфальт-бетонға әҙерләү, газондарға автоматик һыу һибеү системаһы ҡуйыу, ҡара тупраҡ тултырыу, Октября проспекты киҫелешендә асфальт һүтеү буйынса эштәр дауам итә.
Фонтандың үҙе яңыртыла. Бында тимер-бетон һауыт һәм торбалар ҡуйыу эштәре тамамланған да инде. Әлеге ваҡытта тимер-бетон һауытты тышлау буйынса эш алып барыла. Уны бер айҙан тамамлау күҙаллана.
Бынан тыш, мэрия хакимиәттең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфө һәм Башҡортостан митрополиты Никондың фатихаһы менән Комсомол урамында изге апостолдар Кирилл һәм Мефодий иҫтәлегенә арналған сиркәүе төҙөкләндереләсәк. Авария хәлендә булған ағас ҡоролма һүтеп алынған да инде, нигеҙ төҙөлә башлаған.
Урындағы төҙөүсе ярҙамында Мәжит Ғафури исемендәге парк биләмәһе төҙөкләндерелә. Эштәр 8 гектар майҙанда бара. Яңы тротуар таштары, гранит бордюрҙар, йәшелләндереү, бәләкәй архитектура формалары, яҡтыртыу, уйын майҙансыҡтары, эскәмйәләр, эттәр йөрөтөү майҙансығы эшләнә – майҙан саф һауала йөрөү һәм ял итеү өсөн уңайлы буласаҡ.
Быға тиклем «Башинформ» агентлығы Өфөлә «Нефтехимиктар» паркын төҙөкләндереүҙең икенсе этабы дауам итеүе хаҡында яҙғайны.
Автор: Ләйлә Аралбаева