Балтас районының Штәнде ауылында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әхвәс Ғәбделхаҡ улы Ғәбделхаҡов бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй, тип яҙа “Балтач таңнары”. Ул 1924 йылда мулла Ғәбделхаҡ Ғарифулла улы һәм Миңлехәйрә Фәрхетдин ҡыҙы ғаиләһендә тыуа. Заман ауыр була, дини кешеләрҙе эҙәрлекләү башлана. Әхвәстең атаһын һөргөнгә ебәргәс, әсәләре дүрт бала менән урамда тороп ҡала. Нисек кенә ҡыйын булмаһын, Әхвәс ғаиләһенә ярҙам итеү менән бергә белем алырға тырыша.
Башланғыс белемде тыуған ауылында ала, аҙаҡ Тушҡыр ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. 17 йәшендә, 1942 йылдың көҙөндә, Ҡыҙыл армия сафына баҫа. Сталинград өсөн барған ҡаты һуғышта яралана, әммә шул көйө дошманға ҡаршы һуғышыуын дауам итә. Ветерандың хәтерләүенсә, Курск дуғаһындағы алышта бер саҡ полктан ике генә һалдат иҫән ҡалалар...
Әхвәс Ғәбделхаҡов элемтәсе вазифаһын башҡара, разведчик та булырға тура килә. Харьков, Кировоград ҡалаларын дошмандан азат итеүҙә ҡатнаша, етди хәрби бурыстарҙы үтәй. Яугир биш тапҡыр яралана. Батырлығы өсөн III дәрәжә Дан, I дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, “Германияны еңгән өсөн”, Г.Жуков миҙалдары менән наградлана.
Ул үҙенең һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын мөғжизәгә тиңләй. Бәләкәй саҡтан яттан белгән доғалар ярҙам итте, тип иҫәпләй ул. Оҙаҡ ваҡыт госпиталдә дауаланырға тура килә. Тыуған ауылына ҡултыҡ таяғына таянып, беренсе төркөм инвалиды булып ҡайта. Икенсе ҡулындағы снаряд ярсыҡтарын фронттан ҡайтҡас ҡына алалар, операциялар үткәргәндән һуң һалдат аҡрынлап аяғына баҫа.
Тормош елдәре уны Баҡы ҡалаһына илтә, унда бухгалтерлыҡ курстарын тамамлағандан һуң, тыуған ауылына ҡайтып, колхозда хисапсы, ҡулланыусылар йәмғиәтендә әҙерләүсе булып эшләй. 1950 йылда ситтән тороп Бөрө педагогия училищеһын тамамлай һәм мәктәптә башланғыс синыф һәм рус теле уҡытыусыһы булып эшкә тотона. Ошонда буласаҡ тормош иптәше Фәйхүнә Таһир ҡыҙын осрата. Ғаиләлә ҡыҙҙары Мәүә, улдары Рафаэль, Рәдиф донъяға килә. Уларҙың барыһы ла яҡшы тәрбиә һәм белем алып, оло тормош юлына баҫҡан. Бер быуатлыҡ ғүмерен тыуған илгә хеҙмәт итеүгә биргән һуғыш ветеранының тормошо күптәр өсөн өлгө булырлыҡ. Беҙ батыр һалдатты оло юбилейы һәм яҡынлашып килгән Еңеү байрамы ҡотлайбыҙ!