Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
12 Апрель 2023, 09:15

Бөгөн авиация һәм космонавтика көнө

1961 йылдың 12 апрелендә тәүге кеше йыһанға оса. Юрий Гагарин "Восток-1" карабында Ерҙе әйләнеп сыға.

Бөгөн авиация һәм космонавтика көнө
Бөгөн авиация һәм космонавтика көнө

1961 йылдың 12 апрелендә тәүге кеше йыһанға оса. Юрий Гагарин Восток-1 карабында Ерҙе әйләнеп сыға. Уның осошо ике сәғәткә лә тулмай, планетаны урап үтер өсөн 108 минут ваҡыт етә. 12 апрель Космонавтика көнө булараҡ 1962 йылдан рәсми билдәләнә. Башҡортостан да йыһанды үҙләштереүгә ҙур өлөш индерә. Мәҫәлән, йыһан караптарында ҡулланылған һығылмалы валдар Өфөлә етештерелгән. Беҙҙең республикала яҙмыштарын йыһан менән бәйләүселәр ҙә күп. Улар өсөн 12 апрель ҙур байрам, - ти Башҡортостандағы "Байконур" ветерандары ойошмаһы ағзаһы, подполковник Харис Сәғитов. Илдә һәр 4-се кешенең йыһанда булыу теләге бар. Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге Космонавтика көнө уңайынан социологик тикшеренеү уҙғарған. 30 процент балаһы, йә ейәне космонавт булыуын теләй. Алдағы йөҙ йыл эсендә йыһан өлкәһендәге ваҡиғалар араһында Марсҡа экспедиция, Айҙа база булдырыу, эргәләге планеталарҙан файҙалы ҡаҙылмалар табыуҙы фаразлаусылар күп.

 

Сығанаҡ:Яңылыҡтар - Башҡортостан юлдаш телевидениеһы

 

Фото:kuda-mo.ru

 
Автор:
Читайте нас: