Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
10 Октябрь 2022, 20:35

Мәңге йәшә, Башҡортостаным!

Тулыраҡ:

Мәңге йәшә, Башҡортостаным!
Мәңге йәшә, Башҡортостаным!

Бөгөн Балтас районында Республика көнөнә арналған “Мәңге йәшә, Башҡортостаным!” тигән тантаналы сара үтте.

Сараны район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев асты. Ул барыһын да ошо тантаналы һәм халҡыбыҙ, республикабыҙ өсөн тарихи байрам менән тәбрикләп, яҡташтарыбыҙҙың хеҙмәтен тантаналы шарттарҙа билдәләп үтте.

Тыуған район үҫешенә ҙур өлөш индергәне, үҙ халҡы хаҡына күп йыллыҡ емешле хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы Фәнил Ғарифуллинға “Балтас районының почетлы гражданы” исеме бирелде.

Тыуған төйәгендә изге эштәре өсөн Радик Сәлихов «Атайсал - яҡташлыҡ көсө» иҫтәлекле миҙалы менән бүләкләнде.

Районда үткән оло тантаналарҙа 60, 50 йыл бергә ғүмер иткән үрнәкле ғаилә парҙарын тәбрикләү һәм бүләкләү күркәм традицияға әүерелде. Быйыл ғәилә юбилейҙарын билдәләгән парҙар – Иҫке Балтас ауылынан Флюзә Рәхим ҡыҙы менән Зөфәр Хәмит улы Хәмитовтар, Фәнзиә Ғәлинур ҡыҙы менән Флюр Фәтих улы Хазиуллиндар, Шауъяҙы ауылынан Лилиә Нурый ҡыҙы менән Әҙиб Шартдин улы Әлетдиновтар байрамдың ҡәҙерле ҡунаҡтары булды.
Тәбрикләү һүҙҙәре менән шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайы депутаты Шамил Шәрипов  сығыш яһап, изге теләктәрен еткерҙе һәм
Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау системаһында күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн” Маҡтау грамотаһын участка табибы - педиатр Снежана Шакиряноваға, Рәхмәт хаты табип - фтизиатр Алиса Абрароваға тапшырҙы. Сара байрам концерты менән дауам итте.
Мәҙәниәт һарайының үҙешмәкәр коллективтары, Балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре йырҙары һәм бейеүҙәре менән ҡыуандырҙы.

Гөлназ Ғәлләмова.

Мәңге йәшә, Башҡортостаным!
Мәңге йәшә, Башҡортостаным!
Мәңге йәшә, Башҡортостаным!
Мәңге йәшә, Башҡортостаным!
Мәңге йәшә, Башҡортостаным!
Мәңге йәшә, Башҡортостаным!
Мәңге йәшә, Башҡортостаным!
Мәңге йәшә, Башҡортостаным!
Мәңге йәшә, Башҡортостаным!
Мәңге йәшә, Башҡортостаным!
Мәңге йәшә, Башҡортостаным!
Читайте нас: