Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
10 Октябрь 2022, 19:25

Дан һиңә, дан, Башҡортостан!

Күгебеҙ – аяҙ, илебеҙ тыныс булһын!

Дан һиңә, дан, Башҡортостан!
Дан һиңә, дан, Башҡортостан!

Тантаналы сараны район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов асты. Ул барыһын да ошо тантаналы һәм халҡыбыҙ, республикабыҙ өсөн тарихи байрам менән тәбрикләне.

Үҙенең сығышында Динис Рәдис улы районыбыҙ Республика көнөн ҙур уңыштар менән ҡаршылауын билдәләне. Ауыл хужалығы, мәғариф, мәҙәниәт, төҙөлөш һәм төҙөкләндереү, спорт өлкәләрендә ирешелгән уңыштарҙы барланы. Шулай уҡ төрлө дәүләт программаларының районыбыҙҙа уңышлы тормошҡа ашырылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Илебеҙ именлеге айырым тема булды сығышта. Өлөшләтә мобилизация сиктәрендә Асҡын районы ла үҙенең ир-егеттәрен Тыуған илебеҙҙе һаҡларға оҙатты. Украинала барған хәрби операцияла ҡаһарманлыҡтары өсөн орден һәм миҙалдарға лайыҡ булған яугирҙарыбыҙ исеме көслө алҡыштар аҫтында ғорурлыҡ менән аталды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был махсус операцияла районыбыҙ илһөйәр егеттәрен дә юғалтты. Уларҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алдылар.

Динис Рәдис улы сығышында мобилизацияланған һалдаттарыбыҙға гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе һәм иртәгә, Республика көнөндә, үҙенең икенсе тапҡыр Ҡазанға хәрби әҙерлек үтеүсе райондаштарыбыҙ янына барыуын белдерҙе.

Илебеҙҙә тыныслыҡ һәм именлек урынлашып, халҡыбыҙ дуҫ-татыу мул тормошта йәшәүен теләп тамамланы район хакимиәте башлығы сығышын.

Тәбрикләү һүҙҙәре менән шулай уҡ Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Тимур Басир улы Кәримов сығыш яһаны, изге теләктәрен еткерҙе. Бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн һәм байрам уңайынан дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Мәҙәниәт йорто артистары һәм үҙешмәкәр коллективтары, балалар баҡсалары һәм Балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре йырҙары һәм бейеүҙәре менән ҡыуандырҙы.

 

Тантаналы сараны матур итеп Гөлзифа Мөхәмәтдинова, Рузанна Сәйетова, Александр Белозеров һәм Азамат Шаһиев алып барҙы.

 

Күгебеҙ - аяҙ, илебеҙ тыныс булыуын теләп таралышты байрамға килеүсе райондаштарыбыҙ.

 

Наилә Имаева.

 

Дан һиңә, дан, Башҡортостан!
Дан һиңә, дан, Башҡортостан!
Дан һиңә, дан, Башҡортостан!
Дан һиңә, дан, Башҡортостан!
Дан һиңә, дан, Башҡортостан!
Дан һиңә, дан, Башҡортостан!
Дан һиңә, дан, Башҡортостан!
Дан һиңә, дан, Башҡортостан!
Дан һиңә, дан, Башҡортостан!
Дан һиңә, дан, Башҡортостан!
Дан һиңә, дан, Башҡортостан!
Дан һиңә, дан, Башҡортостан!
Дан һиңә, дан, Башҡортостан!
Дан һиңә, дан, Башҡортостан!
Дан һиңә, дан, Башҡортостан!
Дан һиңә, дан, Башҡортостан!
Дан һиңә, дан, Башҡортостан!
Дан һиңә, дан, Башҡортостан!
Дан һиңә, дан, Башҡортостан!
Дан һиңә, дан, Башҡортостан!
Дан һиңә, дан, Башҡортостан!
Дан һиңә, дан, Башҡортостан!
Дан һиңә, дан, Башҡортостан!
Читайте нас: