+4 °С
Болотло
Шуларҙың береһе автоуҙышта егерменән ашыу водитель ҡатнашты. Берҙәм колоннаны флаг төҫөндәге автомобилдәр әйҙәне. Район мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда иһә урындағы артистарҙың илһөйәрлек менән һуғарылған концерты дауам итте.
Байрамда ҡатнашыусыларҙы муниципалитет башлығы Айҙар Шәйҙуллин тәбрикләне. Китапханасылар халыҡҡа өс төҫлө таҫмалар таратты. Шулай итеп, бөйөк илебеҙҙең дәүләт символы көнө матур итеп ойошторолдо. Ауылдарҙа ла Рәсәй флагы һәр изге урындарҙа елберләне.
Гөлнара Солтанова.