Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
22 Август 2022, 19:20

Дәүләт флагы - илебеҙҙең рәсми символы

Асҡын районында Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагы көнөн киң билдәләнеләр.  

Дәүләт флагы  - илебеҙҙең рәсми символы
Дәүләт флагы - илебеҙҙең рәсми символы

 

Район Мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда Рәсәй дәүләт флагы көнө уңайынан илһөйәрлек менән һуғарылған сара үтте. Тантанаға йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Рәмил Харрасов ҡотланы. Ул йәштәрҙе ҡайҙа ғына булыуҙарына ҡарамҫтан, тарихыбыҙҙы белергә һәм уның менән ғорурланырға, дәүләт флагын ғорурлыҡ менән күтәреп барырға, ҡыйыу, белемле, илһөйәр булырға саҡырҙы.

Дәүләт флагы - илебеҙҙең рәсми символы. Уны бөтә донъяла бай тарихлы, йолалы бөйөк халыҡтыҡы итеп таныйҙар. Бөгөнгө байрамда ирекмәндәр район халҡын ҡотлап, Рәсәй триколоры менән таҫмалар таратты. Йәштәр аҡ, зәңгәр һәм ҡыҙыл төҫтәрҙәге футболкалар кейеп, флешмоб бейене.

Шулай уҡ тантаналы сарала мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре етәкселегендә  Рәсәй Федерацияһы гимнын күмәкләп башҡарҙылар.

Сара барышында үткәрелгән викторина балаларҙың Дәүләт символдары тураһында бик күп белеүен асыҡланы. Был, әлбиттә, бик шатландыра. Сөнки был беҙҙең дөрөҫ йүнәлештә эшләүебеҙҙе билдәләгән күрһәткес.

Асҡын урамдары буйлап Рәсәй триколоры беркетелгән автомобилдәр уҙыуы ла һәр кемдә ғорурлыҡ, илһөйәрлек тойғолары уятты.

Наилә Имаева.

 

Дәүләт флагы  - илебеҙҙең рәсми символы
Дәүләт флагы  - илебеҙҙең рәсми символы
Дәүләт флагы  - илебеҙҙең рәсми символы
Дәүләт флагы  - илебеҙҙең рәсми символы
Дәүләт флагы  - илебеҙҙең рәсми символы
Дәүләт флагы  - илебеҙҙең рәсми символы
Дәүләт флагы - илебеҙҙең рәсми символы
Читайте нас: