Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
20 Август 2022, 08:40

"Журфест- 2022"нән бай тәьҫораттар алып ҡайттыҡ

Ҡариҙел районында үткән Башҡортостан журналистарының "Журфест- 2022" медиаилһөйәрлекте үҫтереүгә, заман саҡырыуҙары, шул иҫәптән социаль селтәрҙәге фейктарға ҡаршы көрәшкә арналды. Асҡын районы журналистары ла сарала әүҙем ҡатнашып, һөнәри оҫталыҡты камиллаштырып ҡайтты.

"Журфест- 2022"нән бай тәьҫораттар алып ҡайттыҡ
"Журфест- 2022"нән бай тәьҫораттар алып ҡайттыҡ

Кисә Ҡариҙел районының иң гүзәл төбәгендә - Павловка һыуһаҡлағысы буйында "Журфест- медиапатриот" журналистар фестивале үтте. Сара тантаналы рәүештә асылды.Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Айҙар Әнғәм улы Шәйҙуллин журналистарҙы тәбрикләп, район менән ҡыҫҡаса таныштырҙы, уларға эштәрендә ҡыҙыҡлы идеялар, бары тик яҡшы хәбәрҙәр генә еткереүҙәрен теләне.

Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев үҙенең сығышында байрамға 500-ләп журналистың йыйылыуын билдәләне һәм беҙҙең көсөбөҙҙөң дөрөҫлөктә булыуын әйтте. Шулай уҡ ул бер төркөм коллегаларға дәүләт һәм ведомство наградаларын тапшырҙы.

Көн дауамында журналистар
өсөн оҫталыҡ дәрестәре, төрлө спорт ярыштары , уйындар ҡаралғайны.
Һөнәрҙе камиллаштырыу мөмкинлеген дә бирҙе "Журфест" фестивале. Көндөң икенсе яртыһында ойошторолған дәрестәр эш һөҙөмтәлелеген күтәреүгә йүнәлтелде.

Фестиваленең төп темаһы медиапатриотизм үҫеше, социаль селтәрҙәрҙә фейктарға ҡаршы тороу булды. Шуға ла Рәсәйҙең һанлы үҫеш, бәйләнеш һәм киң коммуникациялар министрлығының ваҡытлы матбуғат һәм китап индустрияһына дәүләт ярҙамы департаменты директоры урынбаҫары Светлана Дзюбинская, Рәсәй Журналистар союзы секретары Роман Серебряный баҫма киң мәғлүмәт сараларында илһөйәрлек темаһы, медианың федераль кимәлдәге эше тураһында һөйләне.

Диалог Регионы” йәмғиәтенең мәғлүмәт эше буйынса белгесе Евгения Авраменко “Социаль селтәрҙә яңылыҡ пабликтары трендтары” темаһына оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.

Бынан тыш, RT (Russia Today) телеканалының хәрби хәбәрсеһе, РЕН ТВ каналындағы “Донъя армиялары” тапшырыуҙары циклы авторы Вячеслав Гузь “Ҡыҙыу нөктәләрҙә эш – дөрөҫлөк ҡайҙа?” оҫталыҡ дәрестәрен ойошторҙо. Ул күп кенә “ҡыҙыу нөктә”ләрҙә - Чечняла, Косовола, Көньяҡ Осетияла, Абхазияла, Ливияла, Газа секторында, Украинала булған. Ҡыҙыу нөктәләрҙә булған хәрби журналист Вячеслав Гузьдың һөйләгәндәре ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, ул үҙенең тәжрибәһенән сығып, ябай булмаған шарттарҙа эшләү буйынса кәңәштәр бирерҙе. Хәрби журналисҡа залдан һорауҙар ҙа бик күп яуҙы. "Тыныслыҡтың ҡәҙерен белегеҙ", - тине ул үҙенең сығышында.

Сара сиктәрендә "Медиашефлыҡ: Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары - Донбасс балалары" тигән махсус проекттың презентацияһы ла үтте. Уны "Аҡбуҙат" балалар журналы коллективы "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто һәм Башҡортостан Журналистар союзы менән берлектә әҙерләне. Берҙәм көс менән ҡыҫҡа ваҡыт эсендә "Аҡбуҙат" башҡорт телендәге балалар журналының махсус һанын рус телендә нәшер итеүгә өлгәшәләр.

Төрлө күргәҙмә тирмәләре байрамдың биҙәге булды. Унда һәр төбәк үҙҙәренә хас булған йолаларҙы, шөғөлдәрҙе сағылдырҙы.

Мәҫәлән, беҙ, асҡындар, журналистарҙың Төньяҡ район-ара ижади берләшмәһенә ингән 11 район вәкилдәре менән бергә мари мәлләтенең мәҙәниәтенә, йолаларына арналған ихата ҡоршап, матур итеп сығыш яһаныҡ.

Бына шулай, "Журфест- 2022"нән бай тәьҫораттар, һөнәри оҫталығыбыҙҙы камиллаштырып, хеҙмәттәштәребеҙ менән аралашып, тәжрибә уртаҡлашып, күңелле ял итеп, бай тәьҫораттар алып ҡайттыҡ. Журналистар өсөн бик кәрәк булған ошондай сараны ойоштороусыларға, шул иҫәптән ҡунаҡсыл Ҡариҙел еренә, ҙур рәхмәт.

Наилә Имаева.

Читайте нас: