Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
18 Август 2022, 19:20

Баллы, шифалы байрам

«Асҡын балы- 2022” фестивалендә ауыл биләмәләре һәр ваҡыттағыса әүҙем ҡатнашты.  

Баллы, шифалы байрам
Баллы, шифалы байрам


Асҡын балы - күп һанлы күргәҙмә еңеүсеһе. Бөгөнгө бал байрамында ла балдың ниндәй генә төрө, төҫө юҡ: төрлө сәскә, йүкә, ҡарабойҙай, ҡатнаш, кәрәҙле. Йәрминкәгә килгән халыҡ балдың һәр төрөн тәмләп ҡараны, самауыр сәйе эсте, концерт ҡараны, үҙенә оҡшаған бал өсөн тауыш бирҙе. Шулай уҡ, бал ҡорто продукцияһын һатып алыу мөмкинлеге тәҡдим ителде.

Фестивалдән ауыл биләмәләре лә ситтә ҡалмаған. Һәр бер ауыл Советы хакимиәте айырым өҫтәл ҡуйып, уны байрамса биҙәп, ауыл хужалығы тауарҙарын тәҡдим итте. Өҫтәлдәрҙә һөт, ит продукцияһынан алып йәшелсә-емеш, төрлө ҡайнатмалар, тоҙланмалар, бешкән тәмлекәстәр күп ине. Урмияҙ, Ҡубияҙ, Иҫке Ҡаҙансы, Петропавловка, Ҡышлауйылға, Табаҫҡытамаҡ ауыл Советтары вәкилдәре бай өҫтәл әҙерләп, байрамға килеүселәрҙе ҡайнар сәй менән һыйланы.

Программаға ярашлы “Иң тәмле бал”, “Иң оҫта умартасы” һәм башҡа конкурстар ҡаралған ине.

Наилә Имаева.

 

Баллы, шифалы байрам
Баллы, шифалы байрам
Баллы, шифалы байрам
Баллы, шифалы байрам
Баллы, шифалы байрам
Баллы, шифалы байрам
Баллы, шифалы байрам
Баллы, шифалы байрам
Баллы, шифалы байрам
Баллы, шифалы байрам
Баллы, шифалы байрам
Баллы, шифалы байрам
Читайте нас в