Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
3 Август 2022, 18:55

Ҡарбуз көнө уңайынан

 Балтас районы Түбән Ҡарыш ауыл мәҙәниәт йортонда  «Ҡарбуз мәшәҡәте» тигән ҡыҙыҡлы һәм күңелле уйын программаһы үткәрелде. 

Ҡарбуз көнө уңайынан
Ҡарбуз көнө уңайынан

Бөгөн - Халыҡ-ара ҡарбуз көнө. Эсе шарҙай, тәме балдай татлы еләкте яратмаған кеше юҡтыр. Балтас районы Түбән Ҡарыш ауыл мәҙәниәт йортонда Бөтә донъя ҡарбуз көнө уңайынан күңелле һәм ҡыҙыҡлы итеп «Ҡарбуз мәшәҡәте» уйын программаһы үтте. Бөтә балалар был тәмле, һутлы еләкте ярата. Байрамда ҡатнашыусылар нисек уның донъяға таралыуы, Рәсәйгә нисек килеүе, нимә менән файҙалы һәм «уны нимә менән ашауҙары» хаҡында, ҡарбуз тураһында аҙ билдәле серҙәрҙе һәм ҡыҙыҡлы факттарҙы белде.
Сара бик бай һәм ҡыҙыҡлы булды. Балалар ҡарбузға бағышланған төрлө конкурстарҙа ихлас ҡатнашты. «Ҡарбуз ожмахы» тип аталған күргәҙмә лә ойошторолдо. Балалар өсөн төп бүләк - татлы һый, һәммәһе лә татлы, һутлы ҡарбуз менән һыйланды.

Гөлназ Ғәлләмова.

Ҡарбуз көнө уңайынан
Ҡарбуз көнө уңайынан
Ҡарбуз көнө уңайынан
Ҡарбуз көнө уңайынан
Ҡарбуз көнө уңайынан
Ҡарбуз көнө уңайынан
Ҡарбуз көнө уңайынан
Ҡарбуз көнө уңайынан
Ҡарбуз көнө уңайынан
Читайте нас: