Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
2 Август 2022, 15:42

“Зәңгәр береттар” көнө уңайынан

Балтас районында байрам саралары үтте.

“Зәңгәр береттар” көнө уңайынан
“Зәңгәр береттар” көнө уңайынан

Бөгөн, 2 августа , Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө — ил десантсылары һәм Һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандарының һөнәри байрамы билдәләнә .

Десант ғәскәрендә хеҙмәт итеү – ул ҙур ышаныс һәм намыҫ. Бында хеҙмәт итеү өсөн физик әҙерлек менән бер рәттән белемле, рухи яҡтан көслө, илһөйәр булыуың да мотлаҡ, сөнки десантсылар һәр саҡ алдынғылар рәтендә.
Балтас районында йола буйынса, байрам "Һағышлы әсә" мемориал комплексында хәрби бурыстарын үтәгәндә һәләк булыусылар иҫтәлегенә сәскәләр һалыуҙан башланды.
“Зәңгәр береттар”ҙы район хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев ҡотланы. Сара Балтас буйлап автойөрөш менән дауам итте.

 


Гөлназ ғәлләмова.

“Зәңгәр береттар” көнө уңайынан
“Зәңгәр береттар” көнө уңайынан
“Зәңгәр береттар” көнө уңайынан
“Зәңгәр береттар” көнө уңайынан
“Зәңгәр береттар” көнө уңайынан
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: