Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
31 Июль 2022, 15:05

Балтаста - байрам тантанаһы

Хәрби-диңгеҙ флотында  хеҙмәт итеүселәрҙе  район хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев тәбрикләне.

Балтаста - байрам тантанаһы
Балтаста - байрам тантанаһы

31 июлдә  Хәрби-диңгеҙ флоты көнө билдәләнде. Ғүмерен диңгеҙ менән бәйләгән, диңгеҙсе  исемен ғорур йөрөткән, хәрби хеҙмәтен икһеҙ-сикһеҙ диңгеҙ киңлектәрендә үтәгән илһөйәрҙәр байрамы ул.

Был көндө Балтаста лә байрам уңайынан сара үтте. Йыйылыусылар иң элек Бөйөк Ватан һуғышында илебеҙ азатлығы өсөн башын һалған балтастар иҫтәлегенә ҡуйылған обелискыға сәскәләр һалды.
"Һағышлы әсә" мемориал комплексы эргәһендә  сафтарға теҙелгән Хәрби-диңгеҙ флоты ветерандарын район хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев тәбрикләне.
Осрашыуҙы түңәрәк өҫтәл артында дауам иттеләр һәм районда хәрби-диңгеҙ флоты ветерандары ойошмаһы булдырылыуы һәм хәрби-диңгеҙ флоты ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәр иҫтәлегенә һәйкәл асыу тураһында һөйләштеләр.

Гөлназ  Ғәлләмова.

Балтаста - байрам тантанаһы
Балтаста - байрам тантанаһы
Балтаста - байрам тантанаһы
Читайте нас: