Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
7 Июль 2022, 09:30

Солтанбәгем - йәнтөйәгем, сал тарихлы ҙур ауыл...

Солтанбәк ауылында тыуып үҫеп, бөгөн илебеҙҙең төрлө  төбәктәрендә йәшәүсе бер туған Мөнировтар тураһында сайтыбыҙға инеп уҡый алаһығыҙ:

Солтанбәгем - йәнтөйәгем, сал тарихлы ҙур ауыл...
Солтанбәгем - йәнтөйәгем, сал тарихлы ҙур ауыл...

Солтанбәк ауылында уҙған байрамға илебеҙҙең төрлө төбәктәренән ауылдаштар йыйылды. Улар дуҫтары, туғандары, класташтары менән осрашып, һөйләшеп туя алманы...

Байрамдың рәсми өлөшө тамамланғас, һүҙ алып сығыш яһаусылар ҙа йыр бүләк итеүселәр ҙә бихисап булды.
Мәҫәлән, Солтанбәктә тыуып үҫеп, бөгөн Мәсетле районында йәшәүсе Сажиҙә Ағзам ҡыҙы тыуған ауылына бағышлап, бик матур шиғыр яҙып алып ҡайтҡан.
Солтанбәгем - йәнтөйәгем,
Сал тарихлы ҙур ауыл.
Олатайҙар урын алған
Теймәһен тип ел-дауыл.
Бәхет бөркөй тулҡынында
Беҙҙең Сарс йылғаһы.
Талдарында былбыл моңо,
Их, ҡушылып йырлаһы.
Күккә ашҡан мәғрүр тауҙар,
Таштарҙа тулҡын йыры.
Сихәт бөркөй еҫле шишмә,
Һәр тамсы йәйғор нуры.
Тыуғанай - моң төбәге,
Пар аҡҡоштар төйәге.
Тауҙа ята ирек һөйгән,
Шаһит йәндәр һөйәге.
Йәшәү көсөн ҡеүәтләй
Ауылдың һутлы ере.
Күңелдәрҙә урын алған
Рухиәттең саф нуры.
Бар ғүмерен мәҙәниәткә бағышлаған Сажиҙә апай ауылдаштарына йыр ҙа бүләк итте. Әйткәндәй, байрамға Сажиҙә апайҙың дүрт һеңлеһе һәм бер энеһе лә ҡайтҡайны.
- Ауылдың эшһөйәр, татыу һәм хөрмәтле ғаиләләренең береһе - Фәүзиә һәм Ағзам Мөнировтар ғаиләһендә беҙ ете бала үҫтек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Зөһрә апайыбыҙ бик иртә донъя ҡуйҙы. Алты бер туған күрешеп, осрашып йәшәйбеҙ. Бына бөгөн дә матур байрамға барыбыҙ ҙа ҡайттыҡ. Бик шатбыҙ. Һәр беребеҙ үҙенең бала саҡ дуҫтарын, класташтарын күреп, һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәй. Бик кәрәк бындай саралар. Ана нисегерәк ялан гөжләп торҙо! Халыҡ күңелле ял итте, төрлө конкурстарҙа, уйындарҙа ҡатнашты. Ойоштороусыларға бик ҙур рәхмәт, - тип тәьҫораттары менән бүлеште 71 йәшлек Сажиҙә апай.

Бына шулай, туғандарҙы, дуҫтарҙы, класташтарҙы, ауылдаштарҙы осраштырған байрамдан бай тәьҫораттар алып таралышты солтанбәктәр.

Наилә Имаева.

Солтанбәгем - йәнтөйәгем, сал тарихлы ҙур ауыл...
Солтанбәгем - йәнтөйәгем, сал тарихлы ҙур ауыл...
Солтанбәгем - йәнтөйәгем, сал тарихлы ҙур ауыл...
Читайте нас: