Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
2 Июль 2022, 19:10

Байрам үтте Солтанбәктә, быуаттарға юлдар ярып...

«Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамына мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа килде.  

Байрам үтте Солтанбәктә, быуаттарға юлдар ярып...
Байрам үтте Солтанбәктә, быуаттарға юлдар ярып...

Йәй миҙгеле башланыу менән, ауылдарҙа береһенән-береһе матурыраҡ, мәғәнәлерәк, фәһемлерәк байрамдар ойошторола. Бөгөн Солтанбәктә лә шаулап-гөрләп “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтте.

Был көндә байрамға тип ашҡынып, алыҫ араларҙы яҡынайтып ҡайтҡан туғандар, дуҫ-иштәр, ырыуҙаштар осрашты. Яҡташтарын күреп һөйләшеү, аралашыу ғына түгел, тирә-йүн тәбиғәтенә күҙ ташлап, ауыл буйлап йөрөп сығып хәтирәләр ҙә аҙ булманы был көндө.

Сараға йыйылыусыларҙы ауыл биләмәһе башлығы Фәнил Фәнғәт улы Шәрәфетдинов ҡотланы. Артабан ул  уылдың үткәне һәм бөгөнгөһө менән таныштырҙы, байрамды әҙерләп үткәреүҙә әүҙем ҡатнашҡандарға рәхмәт белдереп, Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Байрам уҙасаҡ ялан  төҙөкләндерелгән, халыҡ ултырыр өсөн эскәмйәләр, өҫтәлдәр яңыртылған, ял итеү өсөн урындар әҙерләнгән.
Байрамға Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Әлфис Ғаязов, «Танып» шифаханаһы директоры Кашшаф Ямалетдинов, район хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Илдар Асҡаров һәм башҡалар килде.
Уларҙың барыһы ла солтанбәктәрҙе байрам менән ҡотланы, изге теләктәрен еткерҙе.

Динис Рәдис улы "Айыҡ ауыл-2021" республика конкурсы сиктәрендә  үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнашыусыларға район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын һәм бүләктәр тапшырҙы. Солтанбәктәргә артабан да шулай берҙәм булып, изге башланғыстарҙы ҡыйыу тормошҡа ашырырға саҡырҙы. 

Ҡотлау-тәбрикләүҙәр ауылдың үҙешсән сәнғәт оҫталарының һәм район Мәҙәниәт йорто артистарының сағыу концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.

Наилә Имаева.

Читайте нас: